Башҡортостан премьер-министры МХО офицеры Айнур Хужинға юғары награда тапшырҙы20.07.2026

Башҡортостан премьер-министры МХО офицеры Айнур Хужинға юғары награда тапшырҙы

Фото: скриншот | Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһе трансляцияһы

Башҡортостандан МХО яугире, разведка отряды командиры Айнур Хужин генерал Шайморатов орденына лайыҡ булды. Премьер-министр Андрей Назаров юғары награданы Республикаға идара итеү үҙәгендә хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә тапшырҙы.

Лейтенант МХО-ла ҡатнашыусыларға даими ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе.

«Республиканың төп залында баҫып тороу минең өсөн ҙур хөрмәт. Хәрби эшебеҙҙе баһалағанығыҙ өсөн рәхмәт. Беҙ ҡуйылған барлыҡ бурыстарҙы үтәргә вәғәҙә бирәбеҙ», — тине хәрби хеҙмәткәр.
Фото: скриншот | Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһе трансляцияһы


Вернуться назад