Республикала МХО-ла ҡатнашыусыларҙың кемеһе ер алырға хоҡуҡлы булыуын аңлаттылар
МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары бер тапҡыр бушлай ер участкаһы алыу хоҡуғына эйә. Ярҙам саралары хаҡында республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығынан хәбәр иттеләр.
Ер участкаһын ирекле формированиела хеҙмәт итеү өсөн контракт төҙөгән хәрби хеҙмәткәрҙәр, шулай уҡ Рәсәй гвардиясылары бушлай ала ала. Ер бер тапҡыр һәм йорт төҙөү өсөн генә бирелә.
Бушлай ер участкаһын ирекле формированиела хеҙмәт итеү өсөн контракт төҙөгән хәрби хеҙмәткәрҙәр, шулай уҡ Рәсәй гвардияһы яугирҙәре алырға мөмкин. Ер бер тапҡыр һәм йорт төҙөү өсөн генә бирелә.
Теркәлгән урын буйынса иҫәпкә торорға мөмкин, әгәр яугир Өфөлә йәшәй икән, БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығында. Ғаризаны ведомствола, дәүләт хеҙмәттәре порталында, күп функциялы үҙәк аша муниципалитет хакимиәтенә бирергә була.
Бынан алдараҡ Рәсәй президенты Владимир Путин махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға дәүләт йәки муниципаль милектәге ер участкаларын ҡуртымға алыу һәм бушлай файҙаланыу килешеүҙәре ваҡытын оҙайтырға мөмкинлек биргән законға ҡул ҡуйғайны.