МХО ветерандары Башҡортостан Башлығы Академияһында уҡыуын тамамланы

«Башҡортостан геройҙары» проекты финалсылары ҡайтанан һөнәри әҙерлек үтеү тураһында диплом алды. Башҡортостан Башлығы академияһында МХО ҡатнашыусылары һәм ветерандары өсөн программа буйынса 36 тыңлаусыға диплом тапшырыу тантанаһы уҙҙы.
Программаның МАКС-каналы хәбәр итеүенсә, 28 кеше «Юриспруденция» программаһын үҙләштергән. Йәнә һигеҙ финалсы «Халыҡҡа һәм хеҙмәт коллективтарына психолог консультацияһы биреү» программаһы буйынса белем алған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһы 2025 йылдың февралендә республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән Рәсәй президенты Владимир Путин тәҡдим иткән «Геройҙар ваҡыты» федераль проектының дауамы булараҡ башланды. Уның маҡсаты – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар араһынан идарасыларҙың яңы быуынын әҙерләү.