Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика етәксеһе Радий Хәбиров ошо турала белдерҙе.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә белдереүенсә, республикала ир-егеттәр һаулығының төп проблемаһы – ир-егеттәрҙең үҙҙәренә яуапһыҙ ҡарауы. Беҙҙең төбәктә ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр араһында ғүмер оҙайлығы айырмаһы – 10 йәш, тине ул.
«Әгәр кеше үҙенең һаулығы өсөн үҙе яуаплы икәнлеген аңламаһа, беҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был хәлде бер ниндәй ҙә кардиология үҙәктәре менән дә хәл итә алмайбыҙ, — тип билдәләне Радий Хәбиров. — Был профилактика мәсьәләһе, уға иғтибар итергә кәрәк. Мөмкинлектәр ҙә бар кеүек, ләкин кеше диспансеризация үтмәй. Ә һуңынан — һоп — һәм һәләкәт».
Был тәү сиратта ир-егеттәргә ҡағыла, тип баҫым яһаны республика етәксеһе.
«Мин гел әйтә киләм, һәм был тәү сиратта ир-егеттәргә ҡағыла, сөнки беҙҙә уртаса ғүмер оҙайлығы айырмаһы 10 йыл тиерлек. Беҙ, әлбиттә, ҡатын-ҡыҙҙарҙың оҙағыраҡ йәшәгәне өсөн бәхетлебеҙ, ләкин ир-егеттәр өсөн борсолабыҙ», — тип өҫтәне ул.
Статистика мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда уртаса ғүмер оҙайлығы 75 йәшкә яҡынлаша.