Яҡташ яугир ВСУ-ның дрондар менән идара итеү пунктын ҡыйратҡан11.06.2026

Яҡташ яугир ВСУ-ның дрондар менән идара итеү пунктын ҡыйратҡан

Фото: «Башҡорт батальоны» | МАКС

Башҡортостандан МХО-ла ҡатнашыусы, «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин исемендәге батальондың наводчик-операторы Сергей Жуков хәрби бурысын үтәгәндә оҫталыҡ күрһәткән. Яугирҙең батырлығы тураһында «Башҡорт батальоны» хәбәр итә.

Сержант Жуковтың расчётына ВСУ-ның позицияһын юҡ итергә бойороҡ бирелә. Дошмандың БПЛА-ны әүҙем ҡулланыуына ҡарамаҫтан, беҙҙең яугирҙәр йәйәүләп тәғәйен урынға барып етеп, боевиктарға яҡыныраҡ позицияны һайлай.

Һалҡын ҡанлылыҡ һәм юғары һөнәри оҫталыҡ күрһәтеп, төркөм реактив ҡулайламаны урынлаштыра. Сержант Жуковтың расчёты 17 километр алыҫлыҡтан дошмандың дрондар менән идара итеү пунктын юҡҡа сығара. Был Рәсәйҙең штурм подразделениеларына хәрби бурысты юғалтыуһыҙ үтәргә мөмкинлек бирә.

Күрһәтелгән батырлығы һәм фиҙакәрлеге өсөн Сергей Жуков дәүләт наградаһына тәҡдим ителде.



Вернуться назад