МХО биләмәһенә Башҡортостандан ике ҙур гуманитар ылау килде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса махсус хәрби операция биләмәһенә республикабыҙҙан сираттағы 178-се һәм 179-сы гуманитар ылау килде. Был хаҡта Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов һөйләне.
Кирилл Первов һүҙҙәренсә, гуманитар йөк дәүләт органдары, муниципалитеттар, шулай уҡ йәмәғәт ойошмалары, ирекмәндәр һәм мәрхәмәтле яҡташтарыбыҙ көсө менән тупланған.
Бынан алдараҡ Башинформ Өфөлә МХО-ла ҡатнашыусыларҙы хеҙмәт итеү урындарына оҙатыу тантанаһы уҙыуы тураһында хәбәр иткәйне.