Башҡортостан 2030 йылға яһалма зиһенде индереү буйынса алдынғы ун төбәк иҫәбенә инергә планлаштыра. Маҡсатҡа өлгәшеү өсөн ниндәй аҙымдар яһайҙар, ошо хаҡта «Башинформ» материалында уҡығыҙ.
Башҡортостанда Республика Башлығы Радий Хәбиров яһалма зиһенде индереү өсөн шәхсән үҙе яуап бирә. Күптән түгел ул тармаҡ өсөн яуаплы яңы вице-премьер Олег Ли менән таныштырҙы, Һанлаштырыу һәм яһалма зиһен буйынса совет булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы, стратегик сессияла үҙенең ҡарашын белдереп сығыш яһаны.
«Яһалма интеллект киләсәк технологияһы булыуҙан туҡтаны һәм төбәктәрҙең конкурентлыҡ һәләтенең мөһим ҡоралына әүерелә бара. Беҙ йә ошо өлкәгә инәбеҙ һәм уңышҡа өлгәшәбеҙ, йә артта ҡалабыҙ, – тигәйне республика етәксеһе. – Яһалма зиһенде ут һәм ҡылыс менән индерәбеҙ. Үҙгәрештәргә ҡаршы тороу ҡотолғоһоҙ, бигерәк тә дәүләт идаралығы системаһында. Әммә беҙ ҡаты һәм системалы эш алып барырға йыйынабыҙ».
Яһалма зиһен Башҡортостанға «килеп еткән». Йәғни технологияларҙы яңынан үҙләштерергә кәрәкмәй. Хәҙер иң мөһиме, дәүләт структураларында яһалма зиһенде индерергә һәм үҙләштерергә тейешле чиновниктарҙың һәм ҡайһы берҙә юғары технологияларҙың файҙаһы тураһында яңылыш фекер йөрөткән кешеләрҙең мөнәсәбәтен үҙгәртеү.
Был һеҙгә белешмәләр биреү түгел
Әйҙәгеҙ, башта ҡайҙа - һанлаштырыу һәм процестарҙы автоматлаштырыу, ә ҡайҙа яһалма зиһен тураһында һүҙ барыуын асыҡлайыҡ.
«Һанлаштырыу, мәҫәлән, ҡағыҙ ғаризаны электрон төргә күсереү ул. Белешмә дәүләт хеҙмәткәре ҡатнашлығынан тыш бирелһә, автоматлаштырыу була. Бындай осраҡта белгестәр һәм инженерҙар яғынан алдан әҙерләнгән ҡағиҙәләргә һәм талаптарға ярашлы ябай алгоритмдар ҡулланыла. Улар, ҡағиҙә булараҡ, ниндәйҙер административ регламенттарға, норматив акттарға һәм башҡа документтарға нигеҙләнгән. Ә яһалма зиһен күпкә ҡатмарлыраҡ мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн кәрәк», – тип аңлата Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры Олег Ли.
Яһлма зиһен технологиялары уйлай, анализлай һәм фаразлай белә. Башҡортостанда робот системалары уңышлы эшләй. Әйтәйек, медицинала. «МоссМедИИ» программаһы рентген һүрәттәрен, МРТ һәм КТ һөҙөмтәләрен уҡый, табипҡа пациенттың организмындағы ниндәй үҙгәрештәргә иғтибар итергә кәрәклеген күрһәтә. Ғөмүмән, был бер баштан ике баш яҡшы булған осраҡ. Заманса итеп әйткәндә, бер тәбиғи аҡыл яҡшы, ә яһалма зиһен менән тағы ла яҡшыраҡ.
«Урман һаҡсыһы» системаһы урмандарҙа янғындарға бәйле хәлде күҙәтеүҙә ҙур ярҙамсы. Аҡыллы камералар ут сыҡҡан урынды асыҡлай һәм хәбәр итә. Координаталарҙы 200 метрға тиклем аныҡлыҡ һәм 25 километрға тиклем алыҫлыҡта билдәләй. Уҙған йылда ғына система урман фондындағы 30 янғын осрағын ваҡытында асыҡларға ярҙам иткән.
Ябай тормошта ла барыбыҙҙың да яһалма зиһен менән осрашҡаны бар. Күптәрҙең өйҙәрендә аҡыллы колонкалар эшләй, улар тауыш ярҙамында музыка һәм әкиәттәр тыңлата, математик мәсьәләләрҙе, йомаҡтарҙы сисә, төрлө һорауҙарға яуап бирә. Күптәр текстар, шиғырҙар, йырҙар һәм һүрәттәр генерациялау өсөн нейрочаттарға ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәндер, моғайын. Бер һүҙ менән әйткәндә, ИИ-технологиялар тормошобоҙға шул тиклем еңел үтеп инә, хатта ҡайһы берҙә иғтибар ҙа бирмәйбеҙ.
Ҡыҙыҡлы ярыш
Рәсәй президенты Владимир Путин иҡтисадҡа, социаль өлкәгә һәм дәүләт идаралығына сиистемалы рәүештә яһалма зиһен технологияларын индереү бурысын ҡуйҙы. Бында эште еңеләйтеү һәм ғәҙәти процестарҙан ҡотолоу тураһында ғына һүҙ бармай. Киләсәктә яһалма зиһен иҡтисадтың драйверы буласаҡ. Быны аңлап, төбәктәр заманса технологиялар индереү процесына ҡушыла.
«Яһалма зиһен – Башҡортостан иҡтисадына яҡшы этәргес бирә алған тиҙләткес. Тиҙҙән Рәсәйҙең депрессия зоналарына һәм үҫеш зоналарына бүленәсәген аңларға кәрәк. Икенсеһенә инеү өсөн бөтә көстө һалыу зарур. Республика етәкселеге лә быны аңлай тип уйлайым», – тип иҫәпләй «Асыҡ төбәк» мәғлүмәт технологиялары үҙәге директоры Марат Рәхимғолов.
Яһалма зиһен менән менән «дуҫлашырға» тырышыу ойошҡанлы булһын өсөн Радий Хәбиров киләһе ике айҙа яһалма зиһен индереү стратегияһын әҙерләргә ҡушты. Тап ошо документ юғары технологиялар донъяһына юл күрһәтеүсе булып торасаҡ.
«Хәҙер беҙгә дәүләттән аныҡ ҡағиҙәләр кәрәк: ҡайҙа барабыҙ, яһалма зиһенде нисек үҫтерәбеҙ, нимәгә баҫым яһаласаҡ. Үҫеш өсөн республикала өлкәне кадрҙар менән тәьмин итәсәк белем биреү учреждениелары һәм тәжрибәһе, эшләнмәләре, реаль тәҡдимдәре булған эшҡыуарҙар йәлеп ителгән экомөхит булдырырға кәрәк», – ти Башҡортостан Республикаһының Мәғлүмәт технологияларын үҫтереү ассоциацияһы рәйесе, «Форт-Диалог» компаниялар төркөмөнөң генераль директоры Кирилл Полетаев.
Төбәктәр үҙ-ара ярышырмы? Эйелә, юҡ та. Бер яҡтан, хөкүмәт ҡушыуы буйынса «Цифрлы төбәк» порталы булдырылған, унда субъекттар раҫланған иҡтисади йәки социаль һөҙөмтәле уңышлы ҡарарҙары менән уртаҡлашасаҡ. Йәғни ниндәйҙер партнерлыҡ мөнәсәбәттәре булдырыла, төбәктәр бер-береһенең тәжрибәһен үҙләштерә ала.
Икенсе яҡтан, дөйөм федераль рейтингтар төҙөләсәк һәм KPI индереләсәк. Шуға күрә сәләмәт конкуренция өсөн майҙансыҡ булдырыласаҡ. Башҡаларҙан алдараҡ нейроярыш һыҙығына баҫҡандар өҫтөнлөккә эйә булырмы?
«Был осраҡта «ярыш һыҙығына баҫыу» нимәне аңлата? Әгәр төбәк беренсе булып «яһалма зиһен» тигән һүҙҙәрҙе әйткән икән, был уның «уйында» булыуын аңлатмай. Был ярышта һөйләү түгел, ә кешеләрҙе яһалма зиһен технологиялары менән таныштырыу һәм уларға йәлеп итеү өсөн аныҡ, аңлайышлы аҙымдар яһау мөһим. Әлегә күптәр үҙ эше өсөн ҙур тел моделдәрен [нейрочаттар ред.] һынап та ҡарамаған. Шуға күрә алдынғылар иҫәбенә инеү өсөн беҙгә башҡараһы эштәр байтаҡ әле», – тип үҙенең фекере менән уртаҡлашты «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының генераль директоры Рауил Зарипов.
Йәшәһен прогресс!
Хәҙерге ваҡытта яһалма зиһен яҡшымы-яманмы тигән һорауҙар күп. Бигерәк тә өлкән быуын аҡыллы технологияларҙы күберәк тәнҡитләй. Бер яҡтан, уларҙың борсолоуы аңлашыла: беҙ ялҡауланабыҙ, яуаптарҙы китаптарҙан түгел, ә эҙләү системаларынан эҙләйбеҙ, курс эштәрен һәм дипломдарҙы нейрочаттар ярҙамында яҙабыҙ. Кибермутлашыусылар ҙа яһалма зиһенде үҙләштерә. Улар ялған һүрәттәр, тауыштар, хатта телефон номерҙарын эшләй.
Әммә Башҡортостан Башлығы, тәжрибәле етәксе һәм стратег булараҡ, мәңгелек дилеммаға нөктә ҡуйҙы: хәҙер шикләнеү ваҡыт түгел.
«Йәмғиәттә яһалма зиһенгә ышаныуҙың дөйөм экосистемаһын булдырырға кәрәк. Кешеләр яңы технологияларҙан ҡурҡмаҫҡа, ә уларҙың асылын һәм, иң мөһиме, ҡулланыуҙың һөҙөмтәле булыуын аңларға тейеш. Кешеләрҙә яһалма зиһен тураһында төшөнсә Голливудтан – «Терминатор» фильмындағы кеүек. Әле һаман «яһалма зиһен яҡшымы, яманмы» тигән бәхәстәр бара. Мин был темаға әһәмиәт бирмәҫкә, ә уның ни өсөн кәрәклегенә иғтибарҙы йүнәлтергә тәҡдим итәм», – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Күптәрҙе борсоған тағы бер һорау бар – эш процестарын автоматлаштырыу һәм көндәлек бурыстарҙы яһалма зиһенгә тапшырыу ҡайһы бер һөнәрҙәргә ихтыяжға нисек йоғонто яһаясаҡ? Әлегә ниндәй ҙә булһа һөнәрҙе тулыһынса бөтөрөү тураһында һүҙ ҙә булырға тейеш түгел, тип ышана эксперттар. Әммә хеҙмәт баҙарының заманса стандарттарына яраҡлашырға тура киләсәк.
«Яһалма зиһен тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ өлөшө, барыһы ла файҙаланған ҡорал буласаҡ. Интернетты миҫалға килтерә алам. Уның барлыҡҡа килеүе ниндәйҙер тармаҡтарҙы юҡҡа сығарманы, әммә хеҙмәткәрҙәргә талаптарҙы арттырҙы. Яһалма зиһен технологияларының килеүе ҡайһы бер һөнәрҙәргә юҡҡа сығыу хәүефе янамай, әммә хеҙмәт баҙарында ҡайтанан бүлеү буласаҡ. Мәҫәлән, IT-сфераны алғанда, ябай ғына кодты эшләүҙе яһалма зиһенгә йөкмәтергә мөмкин. Әммә был яҡшы программистарға ихтыяжды юҡҡа сығарамы? Юҡ, әлбиттә. Был уларға талаптарҙы арттыра. Әгәр шәп программист булырға теләһәң, һин яһалма зиһендән юғарыраҡ булырға, күберәк белергә тейешһең. Күп өлкәләрҙә тап шулай буласаҡ», – тип ышана технологик эшҡыуар Владимир Бекасов.
«Донъяла электр уты барлыҡҡа килгәс, кешеләр токтан һуғылып үлербеҙ тип ҡурҡҡан. Автомобилдәрҙе уйлап тапҡас, кешеләр тәгәрмәс аҫтында ҡалырбыҙ тип ҡурҡа башлаған. Һуңынан интернет барлыҡҡа килде, белеүебеҙсә, уны ла өнәмәүселәр бар. Әммә ысынында ошо технологиялар бик яҡшы эшләй һәм ғәйәт ҙур файҙа килтерә. Әммә уларҙың уңышлы эшләүе өсөн ҡағиҙәләр һәм күнекмәләр кәрәк», – тип иҫәпләй «Башинформ»дың генераль директоры Рауил Зарипов.
Шуға күрә яһалма зиһен кеүек ҡеүәтле технологияны үҙләштереү өсөн компетенцияларҙы арттырыу зарур. Дәүләт хеҙмәткәрҙәренең дә, ябай ҡулланыусыларҙың да. Был йәһәттән Башҡортостан тәүге аҙым яһаны. Вуз-ара кампус нигеҙендә Төбәк яһалма зиһен үҙәген булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде, был үҙебеҙҙең кадрҙарҙы, эшләнмәләрҙе әҙерләргә һәм уларҙы реаль тормошҡа индерергә мөмкинлек бирәсәк.
«Хәҙер индустрия вәкилдәре, белгестәр һәм предприятиелар менән үҙ-ара эш итеүҙе ойоштороу бик мөһим. Был мәсьәләлә беҙҙең планда ике өҫтөнлөк бар. Беренсеһе – иҡтисадта ИИ-сервистар эшләү һәм индереү өсөн мөхит булдырыу. Был шул иҫәптән кадрҙар менән тәьмин итеү, Евразия ғилми-белем биреү базаһында лабораториялар селтәрен үҫтереү, ғәмәли тикшеренеүҙәргә федераль финанслау йәлеп итеү. Икенсеһе – яһалма зиһенде дәүләт идаралығы системаһына индереү. Бында тәүҙә власть органдарының әҙерлеген баһаларбыҙ, ҡаршылыҡтарҙы асыҡларбыҙ һәм уларҙы тиҙ арала бөтөрөргә тырышырбыҙ, ә һуңынан өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе билдәләрбеҙ — социаль хеҙмәттәр сифатын күтәреүҙән алып дәүләт хеҙмәткәрҙәре эшендә көндәлек бурыстарҙы ҡыҫҡартыуға тиклем», – тип яҡын киләсәккә пландары менән уртаҡлашты вице-премьер Олег Ли.