Башҡортостандан командир МХО-ла яңғыҙы дошмандың 12 дронын юҡ иткән

«Башҡортостан» полкының Алексей Сухоруков исемендәге артиллерия батареяһының хәрби машинаһы командиры Динар Миһранов бер үҙе дошман дрондары һөжүмен кире ҡаҡҡан.
Хәрби бурысты үтәгәндә сержант Миһрановтың расчетына дошмандың пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүм иткән. Хәрби машина командиры ут позицияһында эшләүен дауам иткән. Ул яңғыҙы 12 дронды юҡ иткән һәм бер үк ваҡытта расчет менән етәкселек иткән. Дошмандың һөжүме кире ҡағылған.
Динар Миһранов батырлығы һәм ҡыйыулығы өсөн генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнгән һәм дәүләт наградаһына тәҡдим ителгән.