Яҡташыбыҙ МХО биләмәһендә хеҙмәт иткән улдарына гуманитар йөк алып барған04.06.2026

Яҡташыбыҙ МХО биләмәһендә хеҙмәт иткән улдарына гуманитар йөк алып барған

Фото: «Башҡорт батальоны» | МАКС

Башҡортостандан ауыл советы башлығы Гөлнәфис Ғәфиева гуманитар миссия менән ике улы хеҙмәт иткән МХО биләмәһенә барған. Был хаҡта «Башҡорт батальоны» каналы хәбәр итә.

Гөлнәфис Ғәфиеваның улдары, «Гуф» һәм «Уран» позывнойлы кадрлы офицерҙар 2022 йылдан алып фронтта хәрби бурыстарын үтәй. Ошо йылдар буйына әсә алғы һыҙыҡтан хәбәр көтөп йәшәй. Яңыраҡ ҡына яҡташыбыҙ гуманитар ылау туплауҙы ойоштороп, үҙенең геройҙарын күреү өсөн йөктө тәғәйен урынға тиклем оҙатып барған.

Бынан алдараҡ Бәләбәй районынан ир-егет атаһы артынан МХО-ға хеҙмәт итергә киткән. 



Вернуться назад