Башҡортостан Башлығы МХО контрактсыларына бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр ваҡытын оҙайтты
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән өсөн түләүҙәрҙең ғәмәлдә булыу ваҡытын 2026 йылдың 30 июненә тиклем оҙайтты. «Башинформ» ҡарамағында республика етәксеһенең указы бар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2026 йылдың 1 ғинуарынан республикабыҙҙа контрактҡа ҡул ҡуйған хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн бер тапҡыр бирелә торған түләү 1 миллион һум күләмендә билдәләнде.