Стәрлетамаҡта «Еңеү поезы» 1500-ҙән ашыу кешене ҡабул итте

Донъялағы беренсе «Еңеү поезы» күсмә музейы Стәрлетамаҡта туҡталыш яһаны. 1, 2 июндә ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында совет халҡының ҡаһарманлығы тураһында үҙенсәлекле экспозиция менән таныша алды.
Стәрлетамаҡта ике көн эсендә экспозицияға 1530 кеше килде. Ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты Айбулат Хажин, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары, ветерандар ойошмалары вәкилдәре лә музейҙы ҡараны.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, поездың һәр вагоны һуғыш осороноң мөһим этаптарына арналған: һуғышҡа тиклемге тыныс ваҡыттан һәм Брест ҡәлғәһен обороналауҙан алып блокадалы Ленинградҡа, хәрби-санитар поезға, штаб вагонына һәм, ниһайәт, 1945 йылда күптән көтөлгән Еңеүгә тиклем. Айырым вагон концлагерҙар фажиғәһе һәм Нюрнберг трибуналы йомғаҡтары тураһында һөйләй.
Проект авторҙары заманса мультимедиалы технологияларҙы файҙаланған. Поезд эсендә 50-нән ашыу видеопроектор, 18 видеостена һәм 140-тан ашыу мультимедиалы өҫлөк бар. Шул дәүерҙең геройҙарын һүрәтләгән 150 реаль скульптура ҡуйылған. Сәйәхәттә аудиогид – Лидия исемле ҡыҙ кешеләрҙең яҙмыштары һәм уларҙың батырлыҡтары тураһында һөйләй.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Еңеү поезы» проектын Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем биреү министрлығы, «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм «Еңеү ирекмәндәре» Бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте тормошҡа ашыра. Күсмә музей 2020 йылдан алып ил буйлап йөрөй, Рәсәйҙең алыҫ төбәктәрендә йәшәүселәргә Бөйөк Ватан һуғышы тарихына ҡағылырға мөмкинлек бирә.