Башҡортостандан 19 йәшлек ҡыҙ алғы һыҙыҡта яугирҙәрҙе ҡотҡарған02.06.2026

Башҡортостандан 19 йәшлек ҡыҙ алғы һыҙыҡта яугирҙәрҙе ҡотҡарған

Фото: Николай Ельников | vk.com

Өфө районы хакимиәте башлығы МХО зонаһында хеҙмәт иткән 19 йәшлек «Вишня» менән таныштырҙы.

Йәш ҡыҙ гуманитар ылау менән алғы һыҙыҡҡа барған. Унда, яугирҙәрҙән беренсе медицина ярҙамы күрһәтә алырлыҡ кешеләрҙең аҙ булыуын ишеткәс, контракт төҙөгән.

«Вишня» подразделение эсендә уҡсы-санитар курсын үткән. Часы тарҡалғансы, ярты йыл МХО зонаһында хеҙмәт иткән. Ҡайтҡас та ул ярҙам күрһәтеүҙән туҡтамай. Яңыраҡ ҡыҙ райондың ирекмәндәр штабтары менән бергә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә гуманитар ылау туплауҙы ойошторған.

Хәҙер «Вишня» әхирәте менән Өфөнөң уҡыу йорттарында ялан медицинаһы нигеҙҙәрен өйрәтә һәм яҙмышын кеше ғүмерен ҡотҡарыу менән бәйләү өсөн медицина колледжына уҡырға инергә йыйына.

«Бөгөн уға 19 йәш тулды. Ошо йәш кенә ҡыҙҙың күҙҙәрендә үҙ йәшенә хас булмаған өлкәндәрсә тәүәккәллекте күрәһең. Мөмкинлектән файҙаланып, мин уны тыуған көнө менән ҡотланым һәм ысын күңелдән бәхет, ныҡлы һаулыҡ һәм, әлбиттә, тыныс күк йөҙөн теләнем», – тип яҙҙы Николай Ельников.

Фото: Николай Ельников | vk.com


Вернуться назад