Башҡортостан Башлығы МХО яугирҙәрен бүләкләне
Бөгөн, 1 июндә, хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров МХО биләмәһендә хәрби бурыстарҙы үтәгәндә айырылып торған яугирҙәрҙе дәүләт наградалары менән бүләкләне.
Наградалар Башҡортостан Республикаһы Башлығы указына ярашлы тапшырылды.
Рәсәй Оборона министрлығының 12271-се ғәскәри часы «Башҡортостан» полкының реактив артиллерия батареяһы командиры Александр Козоногов Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде.
Республика етәксеһе Рәсәй Тәфтиш комитетының 125-се хәрби тәфтиш бүлеге тәүтикшереүсеһе Сергей Евстафьевҡа генерал Шайморатов орденын тапшырҙы.
«Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ. Барыһына ла әйтегеҙ – күпме ярҙам итергә кәрәк, шунса ярҙам итербеҙ, гуманитар ылауҙар ебәрербеҙ», — тине Радий Хәбиров.