Өфөнөң Совет районы МХО яугирҙәренә мотоцикл ебәргән

Өфөнөң Октябрь районынан МХО биләмәһенә сираттағы мотоцикл оҙатылған. Техниканы алғы һыҙыҡҡа дөйөм гуманитар йөк менән алып баралар, тип хәбәр итте муниципалитет башлығы Антон Тарасов.
Ирекмәндәр һүҙҙәренсә, Донецк йүнәлешендә хәҙер мотоцикл ныҡ кәрәк.
«Бындай техника хәрби бурыстарҙы оператив үтәргә һәм ҡатмарлы шарттарҙа мобиллекте һаҡларға мөмкинлек бирә. Ике тәгәрмәсле ҡеүәтле транспортты Ватан яугирҙәре ғаиләләре комитеты ҡабул итте», — тине Тарасов.
Бынан алда «Сова» позывнойлы яугир Өфөнән ебәрелгән мотоциклдар өсөн рәхмәт белдергәйне.