Рәсәйҙә МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары киңәйтелде26.05.2026

Дәүләт Думаһында хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ата-әсәләре өсөн уртаҡ отпуск тураһында закон ҡабул ителде.

Ил президенты Владимир Путиндың указы менән «Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең статусы тураһында» федераль законға үҙгәрештәр индерелде. Документҡа ярашлы, беренсе һәм икенсе төркөм инвалидлығы булған хәрби хеҙмәткәрҙең ата-әсәләренең береһе улы йәки ҡыҙы менән бер үк ваҡытта йыллыҡ отпуск алырға хоҡуҡлы.

Шуны билдәләп үтеү мөһим: был сара хәрби хеҙмәткәрҙең ире йәки ҡатыны булмаған осраҡта ғәмәлдә.

«Шул уҡ ваҡытта бындай хәрби хеҙмәткәрҙең ата-әсәһенең береһенең йәки уның бер балаһының, шул иҫәптән бәлиғ булғандарҙың, отпуск ваҡыты уларҙың теләге буйынса ошондай хәрби хеҙмәткәрҙең отпуск дауамлылығына тигеҙ булырға мөмкин. Төп эш урыны буйынса йыл һайын бирелә торған отпуск дауамлылығы артҡан осраҡта, уның бер өлөшөн алған ваҡытта хеҙмәт хаҡы һаҡланмай», – тиелә документта. 



Вернуться назад