Республикала йәшәүселәр яраланған яугирҙәр янына бушлай барыу хоҡуғына эйә булды
Ирекле формированиелар составында хәрби бурыстарын үтәүсе МХО яугирҙәренең ғаилә ағзалары, шулай уҡ уларҙың яҡын туғандары бушлай юл йөрөү хоҡуғына эйә булды. Тейешле бойороҡҡа оборона министры Андрей Белоусов ҡул ҡуйҙы.
Илдең оборона ведомствоһы документында билдәләнеүенсә, бушлай юл йөрөү хоҡуғы яугир ғаиләһенең ике ағзаһына йәки ике яҡын туғанына бирелә. Улар сирле йәки яраланған яугирҙең дауаланыу урынына бушлай барып ҡайтырға мөмкин.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәйҙең Оборона министрлығы быйыл март айында ирекле формированиеларҙа хәрби бурысын үтәүсе МХО яугирҙәренең туғандарына һәм яҡындарына бушлай юл йөрөү хоҡуғын биреү башланғысы менән сығыш яһағайны.