20 майҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Нефтекаманан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар Вячеслав Алеев, Рузал Бәҙретдинов, Леонид Башуров, Айрат Дәүләтов, Сергей Димитриев, Салауат Тимерғәлиев, Алексей Федоровтың ғаиләләре менән осрашты.
Республика етәксеһе һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ата-әсәләренең һәм хәләл ефеттәренең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты, шулай уҡ уларға яугирҙәрҙең үлгәндән һуң лайыҡ булған генерал Шайморатов орденын тапшырҙы.
– Яҡташтарыбыҙ Тыуған ил өсөн ғүмерен ҡорбан итте. Уларҙың һәр береһе үҙ бурысын аҙағына тиклем үтәне. Улар – ысын геройҙар, – тине республика етәксеһе. – Улдарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Беҙҙең төп бурыс – улар тураһында онотмау, уларҙың хәтерен мәңгеләштереү, ата-әсәләре, ҡатындары һәм балалары хаҡында хәстәрлек күреү. Махсус хәрби операция тамамланғас, Өфөлә яугирҙәребеҙ хөрмәтенә мемориал ҡуйырға уйлайбыҙ. Барлыҡ муниципалитеттарҙа ла Хәтер аллеялары барлыҡҡа киләсәк. Бындай эш алып барыла.
Башҡортосанда МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә киң ярҙам саралары ғәмәлдә, тип билдәләне Радий Хәбиров. Республика етәксеһе шулай уҡ һәләк булған яугирҙәрҙең балаларының нисек уҡыуҙары менән ҡыҙыҡһынды, уларҙың уҡыу йорттарына ингәндә льготаларға эйә булыуҙарын әйтеп үтте. Һәр ғаиләгә координатор беркетелде, тип асыҡлыҡ индерҙе Нефтекама хакимиәте башлығы Эльдар Вәлидов. Республика Башлығы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының социаль координаторы вазифаһына кандидат һайларға ҡушты.
Һәләк булған яугирҙәрҙең туғандары республика Башлығына үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән мөрәжәғәт итте, Радий Хәбиров улар буйынса урындағы властарға йөкләмә бирҙе. Улар шулай уҡ Радий Хәбировҡа иғтибары һәм килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә шәхсән ҡатнашҡаны өсөн рәхмәт белдерҙе.