Башҡортостан ауылында 103 йәшлек инәй «Сәләмәтлек поезы»нда һаулығын тикшерткән18.05.2026

Башҡортостан ауылында 103 йәшлек инәй «Сәләмәтлек поезы»нда һаулығын тикшерткән

Фото: скриншот | Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһе

Башҡортостан ауылдарының береһендә 103 йәшлек инәй «Сәләмәтлек поезы»на һаулығын тикшерергә килгән. Был хаҡта хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин һөйләне.

Белгестәр бөтәһе 44 меңдән ашыу кешене ҡараған, 12 700 рентген тикшереүе үткәргән.

Был аҙнала «Сәләмәтлек поездары» Кушнаренко, Учалы, Стәрлебаш, Бүздәк, Дыуан райондарына һәм Нефтекама ҡалаһына юллана.

Башҡортостанда сабыйҙар үлеме рекордлы 2,3 промиллегә тиклем кәмегән, тип яҙғайны «Башинформ».



Вернуться назад