Дәүләт Думаһында МХО-ла ҡатнашыусыларға яңы ярҙам сараһы ҡабул ителде
МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары ваҡытында түләнмәгән кредиттар буйынса кредит йөкләмәләренән азат ителә. Дәүләт Думаһы депутаттары тәүге уҡыуҙа тейешле закон проектын ҡабул итте.
Закон проектына ярашлы, һүҙ 2026 йылдың 1 майынан хәрби хеҙмәт үтеү тураһында контракт төҙөгән хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм уларҙың ҡатындары хаҡында бара. Ошо датаға судтың бурысты түләттереү тураһында көсөнә ингән ҡарары, шулай уҡ кредит ойошмаһына башҡарма документ тапшырылған йәки башҡарма эш асылған булырға тейеш. Бурыстың суммаһы — 10 миллион һумға тиклем.