Нурлы нефть базаһындағы янғында өс кеше зыян күргән13.05.2026

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин Нурлы нефть базаһында сыҡҡан янғында зыян күреүселәргә бәйле хәлгә аңлатма бирҙе.

Фото: Айрат Рәхмәтуллин | ВК

Уның һүҙҙәренсә, өс кеше Республика тән бешеү үҙәгенә оҙатылған.

«Белгестәр уларҙың хәлен үтә ауыр тип баһалай, тейешле бөтә медицина ярҙамы тулы күләмдә күрһәтелә. Хәлде контролдә тотам», — тип белдерҙе ул.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, ҙур янғынды һүндереүгә 46 кеше һәм 15 берәмек техника, шул иҫәптән Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан 38 белгес һәм 13 берәмек техника йәлеп ителгән.

«Технологик процесты боҙоу сәбәпле линия етештереү-диспетчер станцияһында шартлау булған, һуңынан ут сыҡҡан. Янғынды һүндереү өсөн тейешле саралар күрелә», — тип билдәләнеләр ведомствола.


Вернуться назад