Республикала 11 майҙан 17-нә тиклем «сәләмәтлек поездары» эшләй12.05.2026

Был юлы табиптар Әлшәй, Благовар, Бүздәк, Дыуан һәм Учалы райондарына юллана.

Фото: матбуғат хеҙмәте | Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы

Башҡортостанда «Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк» акцияһы дауам итә. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 11 майҙан 17-һенә тиклем  Әлшәй, Благовар, Бүздәк, Дыуан һәм Учалы райондарында, шулай уҡ Нефтекама ҡалаһына ҡараған ауылдарҙа «сәләмәтлек поездары» эшләй.

Алыҫтараҡ урынлашҡан ауылдарҙың халҡы табиптар менән бушлай кәңәшләшә ала.

Ведомствола белдереүҙәренсә, алдан яҙылыу юҡ, сират буйынса ҡабул итәләр. Үҙең менән паспорт һәм мотлаҡ медицина страховкалауы полисын алырға кәрәк.

Акция Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса үткәрелә һәм «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.





Вернуться назад