Социаль ярҙам сараһының ғәмәлдә булыу ваҡыты үҙгәртелде.
Өфө хакимиәте махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәрендә хәрби хеҙмәт үтеү тураһында контракт төҙөгән граждандарға бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү тураһында ҡарарға үҙгәрештәр индерҙе.
Документта хәбәр ителеүенсә, социаль ярҙам сараһының ғәмәлдә булыу ваҡыты үҙгәртелгән. Элегерәк аҡса 2024 йылдың 1 майынан 2026 йылдың 31 ғинуарына тиклем түләнә ине. Хәҙер был осорға тағы ла береһе өҫтәлде — 2026 йылдың 13 февраленән 25 мартына тиклем.
Бынан тыш, айырым положение 2026 йылдың 13 февраленән барлыҡҡа килгән хоҡуҡ мөнәсәбәттәренә ҡағыла. Ҡарар рәсми баҫылып сыҡҡан көндән көсөнә инә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, түләү Өфө биләмәһендә теркәлгән Рәсәй граждандарына бирелә. Ҡарарҙың үтәлешен контролдә тотоу ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәмил Хәзиевҡа йөкмәтелгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2026 йылдың 1 ғинуарынан контракт буйынса хеҙмәт иткән хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн бер тапҡыр бирелә торған төбәк түләүе күләме 1 миллион һум күләмендә билдәләнгән. Аҡса Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәренә хәрби хеҙмәткә саҡырылған, контракт төҙөгән Рәсәй граждандарына; шулай уҡ саҡырылыш буйынса хеҙмәт урынына контракт төҙөгән егеттәргә бирелергә тейеш.