21 майҙа Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең концерт залында «Туғандаш йөрәк» (6+) тип исемләнгән хәйриә концерты була.

Коллективтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, концерт программаһында – Фәйзи Ғәскәровтың алтын фондынан композициялар. Башҡорт халҡының «Зарифа», «Ете ҡыҙ» бейеүҙәре, «Вечером у калитки» мари бейеүе, «Төньяҡ амурҙары» героик-романтик сюитаһы. Ансамбль Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 81 йыллығына арналған бейеүҙәр менән дә сығыш яһай: «Йәшәү хаҡына» театр-хореография сюитаһы һәм «Веселые ребята» бейеү картинаһы, шулай уҡ ҡалмыҡтарҙың «Чичирдык», коряктарҙың «Камчатские зарисовки», рустарҙың «Калинка» бейеүҙәре.
Билеттарҙы һатыуҙан килгән аҡса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙамға итеүгә йүнәлтелә.
Бынан алдараҡ Башҡортостанда махсус хәрби операция медиаархивы булдырылыуы хаҡында хәбәр иткәйнек.