Өфөлә ветеран Родион Лобановты Мәскәүгә Еңеү парадына оҙаттылар06.05.2026

Өфөлә ветеран Родион Лобановты Мәскәүгә Еңеү парадына оҙаттылар

Фото: Киров районы хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтов | МАКС

Бөгөн иртән Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Родион Григорьевич Лобановты Еңеү көнө менән ҡотланылар һәм Мәскәүгә Еңеү парадына оҙаттылар.

Баш ҡаланың Киров районы хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтов һөйләүенсә, Родион Лобанов 1943 йылдың декабрендә фронтҡа китә. Ул саҡта егеткә 18 йәш була. Һалдат Ленинград фронтына эләгә.

Командир ҡушыуы буйынса, 1944 йылдың февралендә Лобановҡа дошмандың «Кукушка»һын юҡ итеү өсөн бер тәүлек ҡарҙа ятырға тура. Был уның түҙемлеге, ҡыйыулығы һәм фиҙакәрлеге өлгөләренең береһе генә, тип билдәләне Илвир Нурдәүләтов.

Родион Лобанов ҡыйыулығы һәм батырлығы өсөн I дәрәжә Ватан һуғышы ордены, «Ленинградты обороналаған өсөн», «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән. Ветерандың бик күп юбилей миҙалдары бар.

«Родион Григорьевич — Өфөнән Еңеү көнөн Мәскәүҙә, илдең төп Парадында ҡаршы алған берҙән-бер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Ветерандарға барыһы өсөн дә рәхмәт белдерәбеҙ!», — тине Илвир Нурдәүләтов.



Вернуться назад