«Салауат» ойошмаһы Әбйәлил районында компенсациялы урман ултыртыуҙы башланы.

Әбйәлил районында яҙ яңы ғына үҙ хоҡуҡтарына инә. Башҡа райондарҙағы кеүек үк ҡар иреү менән бында күләмле экологик акциялар, өмәләр башланған. Йәлембәт ауылында федераль трасса буйында һикһән эре шыршы үҫентеһе ултыртылған. Асҡар ауылы янында аҡланда меңләгән йәш ҡарағай үҫә. Ҡарағай урманы Ишкилде ауылы эргәһендәге тау битләүендә лә тиҙҙән үҫеп сығасаҡ. Был һөҙөмтәләр «Салауат» компанияһы тырышлығы менән мөмкин булған.
Районға яңы инвестор килеү менән йәшелләндереүгә айырым иғтибар бирелә башланы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ былтыр декабрҙә «Салауат» ойошмаһы баҡыр ятҡылыҡтарында геологоразведка эштәренең тәүге этабын тамамланы. Законға ярашлы, компания өс йыл эсендә компенсациялы урман ултыртыу эштәрен тамамларға тейеш ине. Әммә «Салауат» предприятиеһы, социаль яуаплы компания булараҡ, быйылдан урмандарҙы тергеҙеүҙгә тотондо. 28 апрелдә компания хеҙмәткәрҙәре Әбйәлил урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ике меңдән ашыу ҡарағай үҫентеһе ултыртты.
Урманды тергеҙеүҙә «Салауат» компанияһы директоры Таһир Бәхтигәрәев әүҙем ҡатнашты. Уның һүҙҙәренсә, урманды тергеҙеү 7 гектар майҙанда барасаҡ.
«Былтыр компания геологоразведка барған биләмәлә ағастарҙы ҡырҡҡайны. Беҙ был эште, ағас ҡырҡыу һөҙөмтәләрен, ҡырҡылған урманды дәүләткә тапшырыуыбыҙҙы йәмәғәтселеккә һәм «Салауат» инвестиция проектын тормошҡа ашырыуҙы күҙәтеү советына асыҡтан-асыҡ күрһәттек. Беҙ ағастарҙы ултыртыу өсөн Әбйәлил урман хужалығы менән килешеү төҙөнөк, сөнки уларҙың кәрәкле ресурстары һәм үҙ питомниктары бар, иң мөһиме, улар бындағы урман үҙенсәлектәрен һәм үҫентеләрҙе үҫтереү буйынса сараларҙың барыһын да яҡшы белә», — тип билдәләне Бәхтигәрәев.
Һәр гектарҙа яҡынса ике мең ябыҡ тамырлы үҫенте ултыртыласаҡ. Алдағы өс йылда Әбйәлил урман хужалығы ағастарҙы тәрбиәләйәсәк, урман үҫеше өсөн кәрәкле сараларҙы күрәсәк.
БР урман хужалығы министры урынбаҫары Альберт Закиров ябыҡ тамырлы үҫентеләрҙе маҡтап телгә алды. Ул быны «төбәк өсөн яңы күренеш» тип атаны, тиҙ арала үҫеп китеүен билдәләне.
«Экологик именлек» милли проекты сиктәрендә беҙ төрлө урман тергеҙеү проекттарын тормошҡа ашырабыҙ. Уларҙың төп маҡсаты – урман ҡырҡыу һәм урман тергеҙеү араһындағы балансты һаҡлау. Былтыр планды арттырып үтәп, урмандарҙы 106 процентҡа тергеҙҙек. Быйыл беҙҙең маҡсат – урмандарҙы 103 процентҡа тергеҙеү. Беҙ үҙебеҙҙең урман ресурстарын һаҡлап ҡалырға һәм арттырырға тырышабыҙ», — тине Альберт Закиров.
Күҙәтеү советы ағзаларының әүҙем ҡатнашыуы акцияның төп үҙенсәлеге булып торҙо. Совет ағзаһы Таңсулпан Йомағужина, компенсациялы урман ултыртыуҙы йәмәғәтселек контролдә тотасаҡ, тип билдәләне.
«Киләһе өс йылда компания үҫентеләргә һыу һибәсәк һәм уларҙы ҡоротҡостарҙан һәм ауырыуҙарҙан һаҡлаясаҡ, йәш үҫемлектәрҙең йәшәүен тәьмин итәсәк. Был талап өс йылға ҡуйылған, ғәҙәттә, бер-ике йыл ваҡыт бирелә», — тип билдәләне Юмағужина.
Таңсулпан Йомағужина акцияла үҙе лә ҡатнашты һәм ағас ултыртыу технологиялары тулыһынса үтәлеүен белдерҙе.
«Был эштәр «Салауат» ойошмаһының тәбиғәткә яуаплы ҡарауына иң яҡшы дәлил булып тора. Геологик эҙләнеүҙән һуң ҡалдыҡтарҙы сығарыу, техник мелиорация, тупраҡты тигеҙләү, биологик мелиорация үткәрелә. Компания ҡәтғи рәүештә хоҡуҡи сиктәрҙә, асыҡтан-асыҡ һәм киләсәккә аныҡ бурыстар менән эшләй», — тине күҙәтеү советы ағзаһы.
БР урман хужалығының элекке министры һәм күҙәтеү советы ағзаһы Динир Әхмәтйәнов та компанияның эшмәкәрлеген яҡшы яҡтан телгә алды.
«Элекке урман хужалығы хеҙмәткәре булараҡ, ер аҫтын файҙаланыусы ойошмаға һорауҙарым юҡ», - тине ул, тәбиғәтте файҙаланыуҙа дөрөҫ алымдар ҡуланнылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып.
Әбйәлил районы егете, Бөтә донъя башҡорттарының Ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Хәлил Рәхмәтуллин күҙәтеү советында район халҡы мәнфәғәттәрен яҡлай. Ул күҙәтеү советының контролләүсе берләшмә генәә түгел, ә йәмәғәтселек менән компания араһында бәйләнеш булдырыусы звено булыуын билдәләне.
«Салауат» компанияһы экологы Евгения Иванкина ойошманың башҡа экологик башланғыстарҙа ла әүҙем ҡатнашыуын, мәҫәлән, Ҡыҙыл йылғаһы буйында өмәләрҙе даими үткәреүен белдерҙе. Был иһә халыҡтың ышанысын бермә-бер арттыра, ти ул.
Евгения был сараның үҙе өсөн айырым, шәхси мәғәнәгә эйә булыуын билдәләне.
«Күптән түгел минең өсөн ауыр осор булды. Атайым өс ай элек вафат булды, шуға күрә мин уның иҫтәлегенә ағастар ултыртам. Мин бик шатмын, сөнки мин коллегаларым менән шундай изге эштә ҡатнаштым. Был ҡарағай үҫентеләре менән бөтә предприятиеларыбыҙға ла ҡағылышлы экологик принциптарға нигеҙ һалабыҙ», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Евгения.
Һүҙҙе йомғаҡлап шуны билдәләү мөһим: бөгөн Әбйәлил районында сәнәғәт үҫеше генә түгел, экологияға ла иғтибарҙың һиҙелерлек артыуы күҙәтелә. 2025 йылда компания булдырылған көндән бер нисә экологик акция үткәргән. Мәҫәлән, «Ҡыҙыл, йәшә!» акцияһы барышында Оло Ҡыҙыл йылғаһы ярҙары таҙартылған, Йәлембәт ауылында Еңеү көнөнә шыршы үҫентеләре ултыртылған, «Хазина» балалар баҡсаһы янына гортензиялар сәселгән. Бөгөнгө сара «Салауат» ойошмаһы яуаплы компания тағы бер тапҡыр раҫланы. Был абруй мәсьәләһе генә түгел, ә уңышлы бизнес төҙөүгә эшлекле алым.