Республикала бәләкәй ҡалаларға медицина кадрҙарын йәлеп итеү өсөн тағы бер программа эшләй башланы.

Башҡортостанда табиптар өсөн яңы ярҙам программаһы ғәмәлгә ашырыла. Ул 17 йүнәлештә эшләгән белгестәргә (акушер-гинеколог, анестезиолог-реаниматолог, хирург, кардиолог, невролог, офтальмолог, психиатр, травматолог-ортопед, ашығыс ярҙам табибы, стоматолог һәм башҡалар) ҡағыла.
Бәләбәй, Белорет, Ишембай, Күмертау, Мәләүез, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Туймазы дауаханаларына эшкә килгән табиптарға 2 миллион һум бирелә. Аҡса ике йыл дауамында берәр миллион һумлап түләнә.
Программала вузды тамамлағандан һуң тәүге тапҡыр эшкә төшкән белгестәр һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән Башҡортостанға килгән табиптар ҡатнаша ала. Контракт буйынса кәмендә 5 йыл эшләргә кәрәк.
Программа даими эшләй: 2026 йылдан башлап ике йылға бер тапҡыр табиптар менән килешеүҙәр төҙөлә, тип хәбәр итте һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда табиптарға һәм фельдшерҙарға бер тапҡыр бирелә торған түләү 1,5 миллион һумға һәм 750 мең һумға тиклем арттырылды.