Беҙҙең балаларҙың һаулығы – дәүләт сәйәсәтенең мөһим йүнәлеше, ата-әсәләрҙең төп бурысы. Бала һау-сәләмәт булһын өсөн уның сифатлы, хәүефһеҙ һәм баланслы туҡланыуын хәстәрләргә кәрәк.

Биш-алты йыл элек кенә мәктәптә туҡланыу күпселек ата-әсә өсөн бик ауыр тема ине. Киҫкен мәсьәләләр ата-әсәләр йыйылыштарында күтәрелде, унда етәкселәр, йәмәғәт туҡланыуы вәкилдәре, медицина белгестәре саҡырылды. Ашханала ризыҡ тәмле булһа, балалар ашар ине, тине ата-әсәләр. Хәҙер беҙ уҡыусыларҙың һәм ата-әсәләрҙең мәктәп туҡланыуына мөнәсәбәтенең үҙгәреүен күрәбеҙ. Республика етәкселеге тырышлығы менән мәктәптәрҙә аш-һыуҙың сифаты яҡшырҙы, ә ялыуҙар һаны һиҙелерлек кәмене.
Республика властары мәсьәләне хәл итеүгә системалы ҡараш булдырҙы. Һөҙөмтәлә республиканың партнерҙарына әүерелгән ышаныслы туҡланыу операторҙары баҙарҙа нығынды.
III Республика төбәк туҡланыу операторҙары форумында Башҡортостан Башлығы белем биреү учреждениеларында сифатлы туҡланыуҙың әһәмиәтен билдәләне.
– Социаль туҡланыу – күп ваҡытын мәктәптә үткәргән балаларыбыҙ һаулығының мөһим өлөшө, – тине Радий Хәбиров. – Был өлкәлә эшләүселәр ҙур миссия башҡара, дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө бурыстарының береһен хәл итә.
Башҡортостанда бөтәһе 3,7 мең балалар баҡсаһы һәм мәктәп эшләй, уларға 700 меңдән ашыу бала йөрөй. 2019 йылдан төбәктә заманса балалар туҡланыу системаһын төҙөү эше башланды. Был эштә республиканың Социаль туҡланыу предприятиелары ассоциацияһы әүҙем ҡатнашты. Уға ингән ойошмалар балаларҙы ҡайнар аш менән тәьмин итә.
2020 йылда Башҡортостан Рәсәйҙә 1-4-се класс уҡыусыларын бушлай ашатыу ойошторолған тәүге төбәктәрҙең береһе булды. Бынан тыш, республикала уҡыусылар өсөн диетик меню индерелде, махсус рациондар әҙерләнде. Ә былтырҙан алып махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары ла бушлай ашай.
– Мин мәктәптәге төшкө аштың ҡайһы берҙә балалар өсөн сифатлы ҡайнар аш алыуҙың берҙән-бер мөмкинлеге булыуы хаҡында бер нисә тапҡыр әйткәйнем. Шуға күрә беҙ ошо темаға ҙур иғтибар бүләбеҙ, – тип иҫкә төшөрҙө Радий Хәбиров. – Һуңғы йылдарҙа компетентлы операторҙарҙы, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүселәрҙе ҡаты талаптар буйынса һайлап алдыҡ. Бөгөн дә был процестың бөтә стадияларын ныҡлы контролдә тотабыҙ.
Башҡортостан Башлығы һүҙҙәренсә, республикала урындағы етештереүселәр, шул иҫәптән ауыл хужалығы кооперативтары менән тығыҙ эш алып барыла. Был 2019 йылдан балалар рационында урындағы продукцияның өлөшөн 52 проценттан 76 процентҡа тиклем арттырырға мөмкинлек бирҙе. Мәктәп ашханаларында аш-һыуҙың сифатына ла ялыуҙар кәмене.
– Беҙ һеҙҙең менән алға табан ҙур аҙым яһаныҡ һәм шуның менән ғорурлана алабыҙ. Дөйөм алғанда, балаларыбыҙҙы яҡшы ашатыуҙы яйға һалдыҡ. Аҙыҡ-түлек блоктарында тәртип урынлаштырҙыҡ, яңы һауыт-һаба һатып алдыҡ, менюҙы төрләндерҙек. Социаль туҡланыу операторҙарының яҡшы пулы ла барлыҡҡа килде. Ошо эш һөҙөмтәһендә беҙҙең мәктәп ашханалары даими рәүештә Рәсәйҙә иң яҡшылары тип таныла, – тине республика етәксеһе. – Шул рәүешле беҙ был өлкәне тотороҡландырыу этабын үттек. Хәҙер артабан да алға барыу өсөн күмәкләп нимә эшләй алыуыбыҙ хаҡында уйлашайыҡ.
Һуңғы алты йылда Туҡланыу операторҙары ассоциацияһы 14 етештереү майҙансығы төҙөгән. Сығарылған продукция балалар туҡланыуы өсөн дәүләт теркәүенә эйә. 2019 йылдан туҡланыу операторҙары етештереү ҡеүәттәренә 2 миллиард һумдан ашыу аҡса һалған.
Шишмәлә «ВкусЛайн» балалар һәм диетик туҡланыу заводы эшләй башланы. Компания үҙенең эшен 2017 йылда Башҡортостандың белем биреү учреждениеларында ҡайнар аш менән тәьмин итеүҙе ойошторусы булып башланы. 2020 йылдан эшмәкәрлек йүнәлештәре үҙгәртелде, шәхси производствоға инвестициялар йәлеп итеү башланды.
Башҡортостандың Социаль туҡланыу предприятиелары ассоциацияһы рәйесе, республиканың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ынйы Әхмәҙуллина һөйләүенсә, хәҙер ассортиментта 90-дан ашыу позиция. Ит һәм балыҡ ярымфабрикаттары, кулинария, десерттар һәм һаулыҡтары яғынан үҙенсәлекле балалар һәм өлкәндәр өсөн махсус ризыҡтар. Предприятие балалар һәм диетик туҡланыу бренды аҫтында аҙыҡ-түлек сығарыу өҫтөндә әүҙем эшләй.
Компанияның продукцияһы республиканың 720 белем биреү учреждениеһына оҙатыла. Продукцияны балалар һәм диетик туҡланыу маркаһы аҫтында сауҙа селтәрҙәренә һәм маркетплейстар аша һатыу мәсьәләләре өйрәнелә, әлеге көндә маркетплейстарҙа ике төрлө печенье һатыла.
Компанияны ойоштороусы Рәмил Ғәлиуллин әйтеүенсә, 2030 йылға тиклем ошо проектҡа инвестицияларҙың дөйөм суммаһы 965 миллион һум күләмендә планлаштырыла. Яңы завод өсөн производство майҙандары, яңы ҡорамалдар һәм автотранспорт һатып алынған. Яңы производствоның ҡеүәте айына 850 тоннаға яҡын продукция тәшкил итәсәк.
Республика етәксеһе заводтың производство цехтарын ҡарап сыҡҡандан һуң «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһе менән әңгәмәлә биш-алты йыл элек күпселек ата-әсәне мәктәп туҡланыуы темаһы борсоуы хаҡында һөйләне.
«Был өлкәлә тәртип юҡ ине. 100-ҙән ашыу мәктәп туҡланыуы операторы иҫәпләнде. Улар төрлө ойошмалар ине. Ялыуҙар күбәйҙе, балалар тәмһеҙ ризыҡты ашарға теләмәне, аҙыҡ-түлек блоктары базаһы үҫешмәне. Шуға күрә бер нисә йыл дауамында мәктәптә туҡланыу темаһы иғтибар үҙәгендә торҙо.
Был осорҙа туҡланыу баланың физик үҫешенә ныҡ йоғонто яһай. Асыҡтан-асыҡ әйтәм, ҡайһы бер балалар өсөн мәктәптә генә ҡайнар аш алыу мөмкинлеге бар. Бөтә ғаиләләр ҙә һәйбәт түгел.
Хәҙер беҙ ҡаты контроль системаһын яйға һалдыҡ, шуның менән генә шөғөлләнгән учреждение булдырҙыҡ, ошо хәлде контролдә тотоу өсөн ата-әсәләрҙе йәлеп иттек, сөнки беҙ ялыуҙарға ныҡ иғтибар итәбеҙ. 2025 йылда беҙ 700 мең баланы ашаттыҡ, беләһегеҙме, мәктәптә туҡланыуға ҡырҡ алты ғына ялыу килде.
Шуны әйткем килә: мәктәпте ашатыусылар – ҡыйыу кешеләр, сөнки, күҙ алдына килтерәһегеҙме, бер хата һәм балаларҙы ағыуларға мөмкин, Хоҙай ҡушмаһын», – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Республика Башлығы бөгөн уҡыусылар өсөн тәмле, сифатлы аш-һыу әҙерләргә өйрәнеүҙәре хаҡында һөйләне.
«Бөгөн ҙур предприятие эш башланы. Предприятиеның ғәйәт ҙур әйләнеше – иҡтисадтың ҙур өлөшө ул. Хәтерләйһегеҙме, балаларҙың өҫтәлендә Башҡортостан продукцияһы булһын өсөн күп көс һалдыҡ. Бик ҡатмарлы бурыс булһа ла, балалар республикала үҫтерелгән һәм етештерелгән сифатлы продукция алһын өсөн тырышырға тейешбеҙ. Әйткәндәй, был файҙалыраҡ та», – тине Радий Хәбиров.
Туҡланыу сифатын күҙәтеү федераль үҙәге директоры Валентина Иванова ата-әсәләрҙе һәм уҡыусыларҙы «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында анкета тултырыуға әүҙем йәлеп итеүҙәрен билдәләне. Ата-әсәләрҙең яҡынса 80 проценты мәктәптә туҡланыу сифатын ыңғай баһалай. Республика төбәк сеймалы өлөшөн әүҙем арттыра һәм иң яҡшы тәжрибәләрҙе индерә, улар һуңынан илдең башҡа төбәктәренә таратыла, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.
Республикала шулай уҡ «Үҫентенән – өҫтәлгә» кеүек инновацион проекттар уңышлы эшләй. Уның сиктәрендә ауыл хужалығы кооперативтары ҡатнашлығында урындағы етештереүселәр менән тығыҙ эш алып барыла. Белем биреү учреждениелары өсөн күпселек продукттар Шишмә йәшелсә-емеш питомнигында үҫтерелә. Мәҫәлән, ер еләге, алма, ҡарабойҙай, картуф.
Республика мәктәптәрендә вариатив меню индерелә, был иһә уҡыусыларға туҡланыу рационын һайларға мөмкинлек бирә. Көн һайын уҡыусыларға төрләндерелгән һәм баланслы меню бирелә.
Өфөнөң 136-сы лицейында уҡыусылар алдан уҡ, тауыш биреү юлы менән, иртәнге һәм төшкө аш һайлай.
«Көн дә беҙ класташтарыбыҙ менән икенсе блюдолар, гарнирҙар, салаттар һәм эсемлектәрҙең бер нисә вариантынан үҙебеҙгә оҡшағанын һайлайбыҙ. Тәмле лә, файҙалы ла», – ти 136-сы лицей уҡыусыһы Әминә Аллабирҙина.
Ә Нефтекама уҡыусылары емеш-йәшелсә фреш-коктейлдәре, тиҙ туңдырылған еләк һәм емештән компоттар исемлегенән оҡшағанын һайлай. Туҡланыу операторы вәкилдәре һүҙҙәренсә, «Фреш-коктейль» линияһы ата-әсәләрҙә зыянлы булочкалар менән коржиктарҙан торған мәктәп буфеты образын үҙгәрткән. Тәмлекәс уңайлы ҡаптарға тултырыла, уҡыусылар уны үҙҙәре менән алырға мөмкин.
Мәктәп ашханаларына әҙер төшкө аштар «Реторт-ҡаптарҙа» оҙатыла. Ул – дүрт ҡатлы герметик ҡап, ауырлығы ни бары 10 грамм.
Нефтекаманан «Гранд туҡланыу» компанияһын ойоштороусы Фирүзә Насирова һуңғы ете йылда республикала мәктәп туҡланыуы операторҙарына ярҙам иткән бер нисә ҡарар ҡабул ителеүен билдәләне. Улар иҫәбендә – аҙыҡ-түлек блоктары менән файҙаланған өсөн ҡуртым түләүенән азат итеү, шулай уҡ мәктәп буфеттарында аҡсаны иҫәпләүҙең автоматлаштырылған системаһын индереү. Был иҫәп-хисаптың асыҡлығын арттырырға һәм предприятиеларҙың эшен оптималләштерергә мөмкинлек биргән.
Башҡортостандың мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә анализлау мәғлүмәттәрен килтерҙе. 2020 йылда башланғыс класс уҡыусылары араһында аш һеңдереү органдары ауырыуҙары беренсе урында торһа, 2025 йыл йомғаҡтары буйынса уларҙың өлөшө кәмегән, ә сир структураһында улар дүртенсе урынға күскән.
Эш һөҙөмтәләренең федераль эксперттарҙан юғары баһа алыуы, башҡа төбәктәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыуы оло әһәмиәткә эйә.
Стәрлетамаҡтың 29-сы мәктәбе командаһы ҡала учреждениелары араһында «Иң яҡшы мәктәп ашханаһы – 2025» Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе тип танылды. Өфөнөң 115-се гимназияһы иң яҡшы егерме иҫәбенә инде. Стәрлетамаҡтың 7-се мәктәбенән Рима Черненко «Мәктәп ашханаһының иң яҡшы ашнаҡсыһы» номинацияһында икенсе урын яуланы.
«Минченко консалтинг» коммуникация холдингы президенты, политолог Евгений Минченко фекеренсә, Башҡортостанда мәктәп һәм социаль туҡланыу системаһы тотороҡло индустриаль экосистема рәүешендә үҫешә. Республика тәжрибәһен илдең башҡа төбәктәренә лә таратырға мөмкин, тип билдәләй эксперт үҙ каналында.
Минченко социаль туҡланыу системаһын үҙгәртеп ҡороуҙың бер нисә йыл элек башланыуына һәм этаплап алып барылыуына иғтибарын йүнәлтә. Тәүҙә республика Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы буйынса төбәктә «Һөт кухнялары» проектының инфраструктураһы тергеҙелде, һуңынан туҡланыуҙы ойоштороуға берҙәм талаптар нығытылды һәм сифатҡа контроль көсәйтелде.
«Башҡортостан кейсы «бер тапҡыр үткәрелгән акциялар»ҙан тотороҡло индустриаль экосистема булдырыуға күсеүен күрһәтә. Эҙмә-эҙлекле ғәмәлгә ашырыу («һөт кухняларынан» башлап мәктәптә менюҙың берҙәм стандартына тиклем) власҡа ышаныс барлыҡҡа килтерә», –тип билдәләне Евгений Минченко.
Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Ольга Панчихина һүҙҙәренсә, республикала МХО-ла ҡатнашыусыларҙың, ишле һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрең балалары, инвалид балалар бушлай ҡайнар аш менән тәьмин ителә. Льгота балалар баҡсаһына йөрөгән, мәктәптә уҡыған балаларға, урта махсус белем биреү йорттары студенттарына ҡағыла. Ул шулай уҡ 2018 йылдан Башҡортостанда балалар туҡланыуы инфраструктураһының ҡырҡа үҙгәреүен билдәләне. Республика Социаль туҡланыуҙы ойоштороусылар ассоциацияһы менән берлектә ҙур пландар ҡора.
Әйткәндәй, пландар тураһында.
«Хәлде тотороҡландырҙыҡ, билдәле бер тәртип урынлаштырҙыҡ, ләкин әйҙәгеҙ артабан хыялланайыҡ. Әйҙәгеҙ, киләсәккә ҡарайыҡ. Хәҙер сәләмәт туҡланыуға күп иғтибар бүленә. Нутрициолог тигән һөнәр барлыҡҡа килде. Кешеләр туҡланыуҙың – һаулыҡ, оҙон ғүмер икәнлеген аңлай, ә һаулыҡҡа нигеҙ бала саҡта һалына. Шуға күрә бы милләтте һаҡлау мәсьәләһе лә, тип әйтергә мөмкиндер, моғайын», – тип яуап бирҙе Радий Хәбиров «Башинформ» хәбәрсеһенең һорауына.