Башҡортостандан МХО ветераны Рәсәйҙең «Хеҙмәт итеү» премияһы лауреаты булды23.04.2026

Башҡортостандан МХО ветераны Рәсәйҙең «Хеҙмәт итеү» премияһы лауреаты булды

Фото: Башҡортостанда Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты | «Башинформ»

Туймазы районы имамы Ренат Ғарифуллин Бөтә Рәсәй «Хеҙмәт итеү» премияһы лауреаты исеменә лайыҡ булды. «МХО алғы һыҙығынан – муниципалитетҡа» номинацияһында алған 1 миллион һумлыҡ сертификатты Халыҡ фронты башҡарма комитеты етәксеһе Михаил Кузнецов тапшырҙы.

Ренат Ғарифуллин аҡсаны алғы һыҙыҡтағы яугирҙәр өсөн кәрәкле ҡорамалдар һатып алыуға йүнәлтмәксе. Призды ниндәй маҡсат өсөн тотоноу тураһында хәл ителгән, тип билдәләне ул.

«Төндә күреү приборҙарын алып барам. Мин танк подразделениеһында хеҙмәт иттем, шуға тәүлектең ҡараңғы ваҡытында уларһыҙ нисек ҡыйын икәнен беләм», — тине Ренат Ғарифуллин.

Әйткәндәй, Ренат Ғарифуллиндың 22 йәшлек ейәне әлеге ваҡытта алғы һыҙыҡта.

Фото: Башҡортостанда Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты | «Башинформ»

Ренат Ғарифуллиндың тарихы фронтта туплаған тәжрибәнең тыныс, әммә шул уҡ ваҡытта мөһим эшкә күсеүенең сағыу миҫалы булып тора. Яҡташыбыҙ 65 йәшендә үҙ теләге менән махсус хәрби операция биләмәһенә китә. Контракт ваҡыты тулғас, өйөнә ҡайта. Ауылдаштары Ғарифуллинды ауыл биләмәһе советы депутаты итеп һайлай.

Бөгөн ул хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә әүҙем ярҙам итә, йәмәғәт эшендә ҡайнай һәм йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү менән шөғөлләнә. Үҙенең өлгөһөндә йәш быуынға яуаплылыҡтың, кешеләргә хеҙмәт итеүҙең һәм Ватанға һөйөүҙең нимә икәнен күрһәтә.

«Хеҙмәт итеү» премияһы Рәсәй президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса үткәрелә.



Вернуться назад