19 ғүмерҙе ҡотҡарған: Бөрйән районынан штурмовик МХО-ла ҙур батырлыҡ ҡылған

Башҡортостан — батырҙар төйәге. Бына дүрт йыл инде республика яугирҙары яңы биләмәләрҙә ил һағында тора һәм ысын мәғәнәһендә ҡыйыулыҡ, намыҫ һәм дәрәжә өлгөһө булып хеҙмәт итә.
Хәрбиҙәрҙең оло терәге булып берҙәм тыл тора. Бөтә республика бер маҡсат тирәләй берләшкән — һалдаттарға еңеүҙе яуларға ярҙам итеү. Төбәктә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға, шулай уҡ уларҙың ғаиләләре өсөн 50-нән ашыу ярҙам сараһы булдырылған.
Быға тиклем Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияға ярҙам итеүҙе республикабыҙ өсөн өҫтөнлөклө йүнәлеш булыуын бер нисә тапҡыр билдәләне.
«2022 йылдың февраленән республика «Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» принцибы буйынса йәшәй. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, беҙҙең егеттәр, хәрбиҙәр һәм ветерандар — улар беҙҙең республика, илебеҙ өсөн иң мөһим кешеләр. Беҙ бөтә идара итеү ҡарарҙарын ошо принципҡа таянып ҡабул итәбеҙ, — тип билдәләне Радий Хәбиров. — Яңыраҡ кемдер: «Радий Фәрит улы, һеҙҙең хыялығыҙ бармы?», — тип һораны. Мин былай тип яуапланым: «Минең бер генә хыялым бар — бөгөн яуҙа йөрөгән барлыҡ егеттәребеҙ еңеү менән имен-һау әйләнеп ҡайтһын». Был хыял барыбыҙҙы ла берләштерһен».
Башҡортостан яугирҙары МХО зонаһында үҙҙәренең ҡыйыулығы менән айырылып тора, иҫәпһеҙ-һанһыҙ батырлыҡтар күрһәтә. Республика тарихына үҙҙәренең исемен яҙған батыр яугирҙар араһында һалдаттар «Шах» һәм Искәндәр ҙә бар. «Шах»тың ҡаһарманлығы бөтә илгә данланды — күптән түгел уның хаҡында RТ хәрби хәбәрселәре сюжет төшөрҙө. Ҡорос ихтыярлы был һалдат алғы һыҙыҡта 19 кешенең ғүмерен ҡотҡара, ҡаты яралана, әммә үҙ хеҙмәтенә тоғро ҡала.

«Шах» яуға бер туған ағаһы Искәндәр менән алына. Уларҙың тыуған ауылы — Бөрйән районының Тимер ауылы — ысын ҡаһармандар төйәге. Бәләкәй генә ауылдан тиҫтәләгән ир-егет фронтҡа юлланған.
«Шах» позывнойлы яугир «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына үҙенең хеҙмәте һәм батырлыҡтары хаҡында һөйләне. Тәүҙә ул ағаһы менән төрлө йүнәлештә хеҙмәт иткән, әммә 2024 йылда егеттәр «Бүреләр» разведка-штурмлау бригадаһы менән килешәү төҙөй. Улар бер нисә тапҡыр ҡот осҡос хәлгә тарый, әммә һәр саҡ бер-береһенә ярҙамлашып ауырлыҡтарҙы йырып сыға.
Соледар янында бер заданиела үлем менән күҙгә-күҙ осрашырға тура килә уларға. Төндә «Бүреләр» дошман позицияларын алыу буйынса бойороҡ ала. Яугирҙар ВСУ блиндаждарына һөжүм итеп, HATO ҡоралдарын, мөһим карталарҙы ҡулға төшөрә. Әммә ҡыуанырға иртәрәк була. Дошмандар уларға бер өйөр тубы осора. Яугирҙарҙың күбеһе йәшенеп өлгөрмәй, яралана, улар араһында «Шах»тың ағаһы Искәндәр ҙа була.
«Иптәштәремде, ағайымды позывнойҙары менән саҡырам, береһе лә яуап бирмәй. Дрондан ҡасып, боҫҡан урынымдан сығып, эҙләй башланым. Ағайымды бер соҡор эсенән табып алдым. «Ағай, ағай», — тип ҡысҡырам, ул мине ишетмәй... Бер-икене тын алды ла ҡулымда йән бирҙе, — тип хәтерләй ул ҡот осҡос көндө «Шах». — Шул мәлдә дрондар тағы ла һөжүм итә башланы. «Вог» гранатаһы минән 4 метр алыҫлыҡта ергә килеп ҡаҙалды ла, нисектер шартламаны. Шул ваҡыт иптәшем «Моряк» уны барып тотоп алды ла ҡыуаҡтар араһына ырғытты. Көслө шартлау яңғыраны, әммә беҙгә ярсыҡтары эләкмәне».
«Шах» ағаһының кәүҙәһен йәшерә лә, яраланғандарға ярҙамға ашыға. Урман һыҙатында дошмандарҙың эвакуация арбаһын табып ала һәм шуның менән яу яланынан 15 яралыны сығарыуға өлгәшә. Ағаһы артынан киләһе көнгә генә бара ала. Уның кәүҙәһен «Моряк» менән ике көн буйы сығаралар. Әммә алда яугирҙарҙы тағы ла һынауҙар көткән була.
«Беҙҙең позицияларға дошмандар «Мәскәй әбей» гексакоптерҙарын ебәрҙе. Бер снаряд шартлағас, күпме иҫһеҙ ятҡанмындыр, хәтерләмәйем. Иптәштәрем мине үлгән тип уйлап, артҡа сигенгән. Бөтә көсөмдө йыйып, күкрәккә ҡаҙалған ярсыҡ киҫәген һөйрәп сығарҙым. Яраны бинт менен бәйләнем дә, яҡында урынлашҡан блиндажға инеп йәшендем. Унда ярты литр һыу, ике сникерс, бер киҫәк колбаса табып алдым. Һигеҙ көн буйы шунда үлем менән көрәштем. Туғыҙынсы көнгә дошман мине һиҙеп ҡалды, шунда уҡ дрондар оса башланы. Берәүһе ҡолап шартлағас, ҡулдарым йәрәхәтләнде. Ә икенсе дрон бәрелгәс, блиндаж яна башланы, мин йәһәт кенә сығып өлгөрҙөм, артымса уның бүрәнәләре баш осомдан осто», — тип һөйләй яугир.
«Шах» өс көн дауамында төндәрен мина тулы яландан үҙҙәренең позицияларына табан шыуыша, яҡтыла соҡорҙарға һәм ташландыҡ блиндаждарға төшөп йәшенә. Дүртенсе көнгә бер сантиметрға ла алға барырлыҡ та хәле ҡалмай. Ошо урында уны үҙенең «Бүреләр» бригадаһынан ике иптәше табып ала. Ике ай госпиталдә дауаланғандан һуң тағы ҡулына ҡорал ала. Яугир һөйләүенсә, йәмғеһе алғы һыҙыҡта ул 19 яугирҙың ғүмерен ҡотҡарыуға өлгәшкән.
«Шах» — ҡорос ихтыярлы батыр яугир, шул уҡ ваҡытта нескә күңелле һәм оло йөрәкле лә. Бәләкәйҙән йорт хайуандарын ярата, бала сағында йыш ҡына хужаһыҙ ҡалған бесәйҙәрҙе, эттәрҙе өйөнә алып ҡайтыр була. Күптән түгел гуманитар ылау водителе ярҙамында бесәйен ауылдағы әсәһенә биреп ҡайтарған. Яугирҙың һүҙҙәренсә, алғы һыҙыҡта тормошҡа ҡараш тиҙ үҙгәрә.
«Алғы һыҙыҡта доға ҡыла башланым. Һуғышҡа тиклем уларҙы белмәй ҙә, көсөнә ышанмай ҙа инем. Доға ярҙамы менән генә иҫән ҡалдым», — ти яугир.
