Яҡташыбыҙ МХО-ға 3D-принтерҙа баҫылған ҡурайҙар ебәргән22.04.2026

Өфө ирекмәне Илшат Әхмәтов махсус хәрби операция зонаһына 3D-принтерҙа баҫылған ҡурайҙар ебәргән. Посылканы ул республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов аша тапшырған.

Фото: Станислав Шахов | «Башинформ»

Белеме буйынса Илшат – иҫәпләү машиналары инженеры һәм иҡтисадсы. Яңы йыл байрамдарында ул программала «эскиз» һыҙған һәм бер нисә сәғәттән ысын ҡурайҙы ҡулына алған. Принтерҙа баҫылған тәүге уйын ҡоралы уның дуҫы, ҡурайсы Арыҫлан Оморҙаҡовтың да күңеленә ятҡан. Пластиктан яһалған инструменттың яңғырашы һәм уңайлы булыуы оҡшаған уға.

«Музыканттарҙың бер проблемаһы бар. Йыш ҡына ағас ҡурайҙы аэропортта үткәрмәйҙәр, инструмент һыуҙан «ҡурҡа». Шул саҡта ул миңә ошо шөғөлдө үҫтерергә кәңәш бирҙе», – тип һөйләгәйне Илшат «Башинформ» агентлығына.

Баҫылған ҡурай еңел генә, өс өлөштән тора, уны тышлыҡҡа һалып ҡуйырға мөмкин. Дуҫынан тыш, үҙенсәлекле ҡурайҙы Башҡортостан Республикаһының Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры музыканттары һынап ҡараған.

«Беҙ ҡурайҙарҙы 177-се гуманитар ылау менән ебәрәбеҙ һәм уларҙы Башҡортостан полкының исемле батальонына тапшырабыҙ. Матди ярҙамдан тыш, яҡташтарыбыҙҙы рухи яҡтан да дәртләндереү мөһим. Алғы һыҙыҡта төрлө уйын ҡоралдарында уйнаған һәм йырлаған һәләтле егеттәр күп. Еңеү көнөндә үк яугирҙәр яратҡан көйҙәрен уйнай ала», – тине Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов.


Вернуться назад