Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам йөҙөнән хәйриә концерты үтте21.04.2026

Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам йөҙөнән хәйриә концерты үтте

Фото: концертты ойоштороусылар | «Башинформ»

Балаҡатай районында уҙған хәйриә концертында йыйылған аҡса МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүгә йүнәлтелә.

«Атайсал» проекты сиктәрендә уҙған сараны ойоштороусыларҙың береһе – билдәле алып барыусы Флүрә Мурзина. Балаҡатай районында йыш һәм көтөп алынған ҡунаҡ ул. Башҡортостан телевидениеһының легендар дикторын районда эфир йондоҙо ғына түгел, иң яҡын кешеһе итеп тә ҡабул итәләр.

Концертта Балаҡатай районының ижади коллективтары, шулай уҡ опера һәм балет театры солисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаева, ҡурайсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Юнир Һағынбаев һәм популяр йырсы Йәмил Баймырҙин (Ябай малай) ҡатнашты. Артистар Өфөнән гонорар өсөн түгел, ә йөрәк ҡушыуы буйынса килгән.

Апрель аҙағында Балаҡатай районы фронтҡа 44-се гуманитар конвой оҙатырға әҙерләнә. Концертта йыйылған сумма ла уны формалаштырыуға ҙур өлөш индерә.



Вернуться назад