Мөһим миссия: Башҡортостан ирекмәндәре нисек донъяны яҡшыртҡан20.04.2026

МХО башланғандан алып Башҡортостан халҡы бер йоҙроҡҡа тупланды һәм Еңеүгә юлын дауам итә. Республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән 2025 йыл МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылы тип иғлан ителде.

Фото: Сергей Николаев / «Башинформ»

Уҙған йыл кешеләрҙең изгелеге һәм ярҙамсыллығы менән иҫтә ҡалды. Добро.рф порталы мәғлүмәттәренә ярашлы, былтыр республикала ирекмәндәр һаны 160 меңгә барып етте. Студенттарҙан алып «көмөш» ирекмәндәргә тиклем  ҙур бер мәрхәмәтлек армияһы. Меңәрләгән тарихтар араһында айырыуса сағыуҙары, күптәргә өлгө булғандары бар. Улар хаҡында «Башинформ»дың мәҡәләһендә таныштырабыҙ.  

Еңеүҙе яҡынайтып

Ирекмәндәр меңәр саҡрым юл үтеп, һалдаттар менән осраша, алғы һыҙыҡҡа ярҙам еткерә. «Рәсәйҙең эшлекле ҡатын-ҡыҙҙары» ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Альбина Фәрхетдинова ирекмәндәрҙең көндәлек тырышлығы нисек кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыуы, уларҙың күңелен йылытыуы хаҡында һөйләне.

Альбина Фәрхетдинова ирекмәнлек юлын етемдәргә ярҙам итеүҙән башлай. Ул — «Мөмкинлектәр өсөн» һәм «Бәхет — ул бергә» кеүек әһәмиәтле социаль проекттар авторы. 2022 йылдың мартынан Альбина Фәрхетдинова МХО һалдаттарының ғаиләләренә ярҙам итә, Инга Минилбаева менән берлектә Өфө эшҡыуарҙары ирекмәндәр штабын ойошторған. Алғы һыҙыҡҡа ул бөтә командаһы менән бара, ҡатын-ҡыҙҙар ике тәүлек руль артында алмашлап «Мавик» дрондары, йөк машиналары, тепловизорҙар, һаҡланыу ҡорамалдары алып барып тапшыра.

«Ҡайһы саҡта ҡатын-ҡыҙҙар ғына тура килә, — тип уртаҡлашты Альбина Фәрхетдинова. — Ике көн унда, бер нисә сәғәттә яугирҙарға тамаҡ бешерәбеҙ, ял итәбеҙ һәм йәнә юлға. Беҙҙең өсөн был сәфәрҙең ябай тәртибенә әйләнде».

Штабта үҙенсәлекле йола бар, уны һалдаттар «өй сәләме» тип атай. Алғы һыҙыҡта ҡатын-ҡыҙҙар ҡыҫтыбый бешерә.

«Егеттәр беҙҙең килгәнде һәр ваҡыт көтөп ала. Беҙҙең әүҙемсебеҙ Зөлфиә сәстәрен ҡырҡҡан арала (ул оҫта парикмахер, МХО зонаһында оҫтахана ҡороп ебәрә) Инга менән мин ҡыҫтыбый бешерәбеҙ. Яугирҙар был йоланы көтә, уларға тағы ла артабан барырға көс бирә», — ти ирекмән.

МХО башланған осорҙа штабтың гуманитар ылауҙары ай һайын юлға сыҡһа, хәҙер улар өс айға бер китә, ​​әммә күберәк ҡорамалдар һәм техника менән. Пландарҙа махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың ҡатындарына тағы ла күберәк иғтибар бүлеү, уларға һәр яҡлап ярҙам күрһәтеү күҙаллана.

«Хәстәрлекле кешеләр шул тиклем күп. Республикабыҙҙа йәшәүселәр кейем-һалым тегә, ә ҡиммәтле ҡорамалдар һатып алыуҙа эшҡыуарҙар ярҙам итә. Халҡыбыҙҙың күңел йылыһын йыйып, һалдаттарға тапшырабыҙ», — ти Фәрхетдинова.

Альбина Фәрхетдинова өсөн ирекмәнлек – мауығыу йәки бурыс ҡына түгел, ул яҡты киләсәккә һәм изгелеккә ышаныс менән һуғарылған күңел шөғөлө.

Госпиталгә — йөрәк ҡушыуы буйынса

Зөһрә Исмәғилева меценат булараҡ ҡына түгел, үҙ эшенә бирелгән ирекмән булараҡ та билдәле. 61 йәшлек Өфө эшҡыуарына эшенә һәм күп һанлы проекттарына ҡарамай МХО зонаһына яралы һалдаттарға ярҙам итергә юллана. «Беренсе тирмә» башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары отряды составында Луганск госпиталдәрендә өс смена эшләп ҡайта.

«Ейәнем хәрби академияны тамамлап, МХО-ға хеҙмәт итергә китте. Был тапалған һүҙҙәр менән яуап бирәм, мин дә унда булырға, үҙ өлөшөмдө индерергә тейешлегемде аңлайым», — ти Зөһрә Исмәғилева.

Бер ҡараһаң, Зөһрә Исмәғилеваны 22 йәшлек һалдаттың өләсәһе тип әйтмәҫһең дә, ул нескә, сибек кенә ҡатын-ҡыҙ, әммә ундағы ҡыйыулыҡ, рух ныҡлығы иң көслө ир-егеттәрҙә лә һирәк осрай.

«Беҙ госпиталдәрҙә психолог кеүек эшләйбеҙ: яралы һалдаттар менән аралашабыҙ, эс серҙәрен асырға ярҙам итәбеҙ. Мин эшләгән урында күберәк аяҡ-ҡулдары ҡырҡылған һалдаттарҙы ҡабул иттек. Уларҙың тормошондағы хәл иткес мәлдә тыныс һәм айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк. Физик яҡтан ғына түгел, эмоциональ яҡтан да ауыр булды. Әлбиттә, минең кеүек нескә ҡатынға ҡаты яралы һалдаттарҙы ҡарау, уларҙы тикшереүгә, операцияларға ташыу еңелдән түгел. МХО зонаһына һәр сәфәрҙән һуң Иремелгә күтәреләм, таҙарынам, яңы энергия менән тулыланам», — тип уртаҡлашты Зөһрә апай.

Быйыл ул дауаханаларҙа реабилитация үткән һалдаттарға 500-ҙән ашыу пижама комплекты илтеп тапшырған. Минең эшмәкәрлегем һәм тәжрибәм ошондай ҙур ярҙам күрһәтергә мөмкинлек бирә, ти эшҡыуар. Зөһрә Исмәғилева Ватан һаҡсылары өсөн уңайлы костюмдар тектерә. Шулай уҡ фронт һыҙығына бик күп көнкүреш техникаһы, электрон һаҡланыу ҡорамалдары, дрондар, тепловизорҙар, УАЗ машинаһы оҙата, азат ителгән биләмәләрҙә йәшәүселәргә аҡса ебәрә. Быйыл һалдаттарға ярҙам итеүгә 5 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлткән изге йөрәкле эшҡыуар. Әммә мәҡәләм геройы был хаҡта һөйләргә яратмай, был ярҙамды әллә ни ҙур түгел, тип иҫәпләй.

Тәбиғәтте яҡлау — Тыуған илде һаҡлау менән бер 

Һәр ир-егет ағас ултыртырға тейеш... Ауырғазы районы уҙаманы, Афған һуғышы ветераны Миҙхәт Хәсәнов үҙ ғүмерендә күпме ағас үҫтергәнен аныҡ ҡына хәтерләмәй ҙә. Был һан миллиондарға барып етәлер. Миҙхәт ағай абруйлы төҙөүсе һәм меценат, Себер һәм Башҡортостанды изге эштәр аша берләштергән әүҙем эко-ирекмән.

Миҙхәт Хәсәнов өсөн экология бала саҡ хәтирәләренән башлана: малай сағында балыҡ селбәрәһен ауылы эргәһендәге быуанан йылғаға ташып үрсетә. Бөгөн уның тәбиғәткә ҡылған изгелек эштәренә хайран ҡалырлыҡ. Уның тырышлығы менән республикала 11 һыу ятҡылығы тергеҙелгән. Ирекмәнлек эштәре барышында йылғаларға һәм күлдәргә яҡынса 200 мең уҡбалыҡ, шулай уҡ иҫәпһеҙ-һанһыҙ карп, һаҙан һәм ташбаш селбәрәһе ебәрелә. Шулай уҡ Миҙхәт Хәсәнов алтынсы йыл рәттән «Балыҡты үлемдән ҡотҡар» тигән акция үткәрә. Меценат ҡышын балыҡтарҙы кислород етешмәүҙән ҡотҡарыу өсөн Ауырғазы районындағы ауыл биләмәләренә һәм мәктәптәргә 47 боҙҙо быраулау ҡоролмаһы таратып сыҡҡан.

«Күҙ алдына килтерегеҙ генә, әле беҙ һөйләшкән минутта боҙ аҫтында миллиардлаған балыҡтың ҡырылыуы ихтимал. Тәбиғәт менән даими файҙаланғанға күрә, беҙ уға ярҙам итергә бурыслыбыҙ. Уны һаҡлау — Тыуған илде һаҡлау менән бер», — тип иҫәпләй эко-ирекмән.

Артабан Миҙхәт Хәсәнов Себерҙән тыуған яғына ике меңдән ашыу кедр үҫентеһе алып ҡайта. Был Себер гиганттары хәҙер Ауырғазы районында, Өфөлә гөрләп үҫә. Урмандарҙы хәстәрләү үҫенте ултыртыуға ғына ҡайтып ҡалмай. Миҙхәт Хәсәнов янғын хәүефһеҙлеге тураһында буклеттар эшләп, республика буйынса мәктәптәргә тарата, уҡыусылар менән осрашыуҙар үткәрә. Һөҙөмтәләр шәп: был эш алып барылған биләмәләрҙә урман янғындары һиҙелерлек кәмегән.

Кешеләрҙе ҡотҡарыу мөһим бурысы уның

«Мин Гиппократ антын бушҡа ғына бирмәнем, һәм үҙ өҫтөмдә яуаплылыҡ тоям. Мөмкинлек тыуғас та, мин яугирҙарҙың ғүмерҙәрҙен һаҡлап ҡалыу өсөн МХО зонаһына юлландым». Сираттағы геройыбыҙ, ,яңы ғына 18-ен тултырған Бөрө медицина-фармацевтика колледжы студенты Иван Поздняков етди фекер йөрөтә. Быйыл үҙ теләге менән Луганск хәрби госпиталенә ярҙамға юллана.

«Атайсал муниципаль форумында «Беренсе тирмә» проекты менән таныштырҙылар, студенттарҙы МХО биләмәһендә госпиталдәрҙә эшләп ҡарарға саҡырҙылар. Шунда уҡ ризалаштым», — ти Иван. — Мин проекттың «Бәйләнештә» төркөмөнә ғариза ебәрҙем һәм анкета тултырҙым. Ғаризам раҫланғас, дуҫым һәм төркөм етәксеһе Заһит Әсләмовты ла ҡушылырға саҡырҙым. Ул да ризалашты — беҙ икебеҙ ҙә алдыбыҙҙа торған үҙгәрештәргә етди ҡараныҡ».

Быға тиклем фельдшер булып эшләү тәжрибәһе һәм күп һанлы стажировкалар Иванға тиҙ арала Луганск госпиталенең эш тиҙлегенә өйрәнергә ярҙам итә. Студент һөйләүенсә, бында эш бер минутҡа ла туҡталмай. Шул уҡ ваҡытта эш ябай дауаханаларҙағы кеүек үк булған: егеттәр ябай уколдар яһауҙан алып хирургҡа операция эшләгән ярҙам итеүгә тиклем — барыһын да башҡарған.

«Минеңсә, ябай дәүләт дауаханаһынан һиҙелерлек айырма юҡ. Әммә бында йәрәхәттәр бөтөнләй икенсе. Ғәҙәти ҡала дауаханаһында бындай яраларҙы күрмәҫ инең, — тип билдәләй йәш аҡ халатлы. — Шуныһы иҫтә ҡалды, ауыр йәрәхәттәрҙе һалдаттар иҫ киткес ҡыйыулыҡ менән кисерә. Беҙ уларға һүҙ менән дә терәк булырға тырыштыҡ. Яраланғандар араһында Башҡортостандан килгән яҡташтарыбыҙ ҙа осраны. Улар беҙгә ғаиләләре, өйҙәренә нисек ҡайтыуҙары, Башҡортостандағы тормошо тураһында һөйләне».

Иван өсөн эҫелә һәм дымлы климатта эшләү еңелдән булмаған. Хәҙер колледжҡа уҡыуға ҡайтҡан егет МХО зонаһына йәнә юлланырға планлаштыра.

«Мин үҙемде башҡа һөнәрҙә күрә алмайым. Кешеләргә ярҙам итеү — минең бөтә тормошом, был маҡсатта тырышып төплө белем алырға кәрәк», — ти Иван Поздняков.

Гражданлыҡ яуаплылығына ынтылыш

Дүртөйлө районынан Әлмир Ниғмәтуллин өсөн ирекмәнлек гражданлыҡ яуаплылығына ынтылыш. Быйыл Яңы Бейектау ауыды мәҙәниәт йорто директоры Курск өлкәһенә ирекмәндәр төркөмө менән барып ҡайтҡан. Был сәфәрҙә йәш ирекмән етди һынауҙар үтеп, батырлыҡ һабаҡтары алып ҡайтҡан. Башҡортостандан делегация Украина ҡораллы көстәре емергән буйы райондарҙы, йорттарҙы төҙөкләндереүҙә ярҙамлашҡан.

«Беҙ ирекмән төркөмдәренә бүлеп бирелгән биләмәләрҙә эшләнек, дрондар һөжүме эҙемтәләрен бөтөрҙөк. Халыҡҡа торлағын йүнәтергә ярҙамлаштыҡ», ти Әлмир Ринат улы. — Мәктәптәрҙең, күп фатирлы йорттарҙың, мәҙәниәт учреждениеларының ҡыйыҡтарын, тәҙрәләрҙе алмаштырҙыҡ, тирә-яғын рәтләнек».

Әлмиргә баш осонан дрондар осҡанын да күрергә тура килә, ә бындағы атыу тауыштары фронттың яҡынлығын даими хәтергә төшөрөп тора. Эштең тәүге һөҙөмтәһе күренгәс, ирекмәндәр ҡурҡмай, артабан ең һыҙғанып эшкә тотона.

«Беҙҙең ярҙамдан һуң ауыр хәлдә ҡалған кешеләрҙең күҙҙәрендә шатлыҡ йәштәрен күрһәгеҙ ине, был беҙгә иҫ киткес ҡәнәғәтлек бирҙе. Кемдеңдер һыҙланыуын еңеләйтә алыуымды, ошо минутта йөҙҙәрсә кешегә ярҙам иткәнемде аңлап ҡыуанып ҡайттым, тип уртаҡлашты Әлмир.

Гуманитар миссия өсөн район хакимиәте Әлмир Ниғмәтуллинды «Ирекмәндәр хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашыусы» билдәһе менән наградалаған. Ә Курск өлкәһендә алған тәжрибә ирекмәндең тәүәккәллеген, тәжрибәһен нығыта төшкән. Ғинуарҙа Әлмир эшен дауам итеү өсөн тағы ла юлға сығырға уйлай.

«Ундағы ваҡиғаларҙы ишетеү менән күңелемдә  көслө ярҙам итеү теләге тыуа. Һүҙ менән генә түгел, эш менән дә ярҙам итергә кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, унда ярҙам күптәргә кәрәк әле, мохтаждарҙың һанын бөгөндән кәметеү мөмкин түгел», ти Әлмир.



Вернуться назад