Рәсәйҙең күп кенә төбәктәрендәге кеүек үк, Башҡортостанда ла юл япмаһының сифаты мәсьәләһе көнүҙәк булып ҡала.
«Юлдар ҡаҡшатты»
Был хәл айырыуса яҙ көнө киҫкенләшә, ҡарҙың иреүе асфальттың ныҡ емерелеүенә килтерә һәм автомобилселәр, юл хеҙмәттәре һәм властар өсөн һынау башлана. Был осорҙа водителдәр: «Ҡар ирей башлаһа, уның менән бергә асфальт та юҡҡа сыға», ти. 2026 йылдың яҙы ла уҙған йылдарҙан айырылманы: ғәҙәти маршруттар ҡаршылыҡтар һыҙатына әүерелде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бер нисә тапҡыр соҡорҙарҙы тиҙ арала ремонтлауҙың мөһимлеген билдәләне. Март башында ул юлдарҙа асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү эштәрен тиҙләтеүҙе талап итте. Граждандарҙың ялыуҙарының байтаҡ өлөшө тап юл япмаһының торошона бәйле, тип билдәләне республика етәксеһе. Ул министрлыҡтарҙы һәм муниципалитеттарҙы башҡарылған эштәрҙең сифатына контролде көсәйтергә һәм йәйгә тиклем ремонтты ваҡытында тамамларға саҡырҙы.
«Юлдар «асыла» һәм насар күренеш күҙәтелә. Бик күп соҡорҙар барлыҡҡа килде. Был мәсьәләне тиҙ арала хәл итергә кәрәк. Эйе, беҙҙә температура өҙөклөктәре, климатик зоналар бар, әммә беҙҙең бурыс — быларҙың барыһын да тиҙ арала бөтөрөү», — тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе юлдарҙы төҙөкләндереү мәсьәләһен аҙналыҡ оператив докладҡа индерергә һәм хәлде күҙәтеп барырға, шулай уҡ юл япмаһының емерелгән участкалары тураһында хәбәр итергә ҡушты.
«Соҡорҙар кешеләрҙең йәнен көйҙөрә. Юлдар ҡаҡшатты. Халыҡ зарлана, — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. — Төп эштәрҙе ике министрлыҡ – Транспорт министрлығы һәм Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы башҡарырға тейеш».
Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова мәғлүмәттәре буйынса, апрель башына республиканың юл хеҙмәттәре асфальт-бетон япмалы автомобиль юлдарының 38% тикшергән, 16 877 етешһеҙлекте асыҡлаған һәм был күләмдең 46% бөтөргән. Дөйөм алғанда, быйыл Башҡортостан юлдарында 800 мең квадрат метр самаһы соҡорҙо ямарға планлаштыралар.
Төбәк юлдарында 1 майға тиклем бөтә соҡорҙарҙы цифрлаштырырға, ә яҙғы осорҙағы етешһеҙлектәрҙе 1 июнгә тиклем бөтөрөргә кәрәк. Муниципаль берәмектәргә килгәндә, бында урындағы әһәмиәттәге юлдарҙы тикшереүҙе һәм уларҙы цифрлаштырыуҙы 15 майға тиклем тамамларға, етешһеҙлектәрҙе 15 июнгә тиклем бөтөрөү зарур.
Юл соҡорҙары ҡорбандары
Эксперттар билдәләүенсә, юл япмаһын боҙған төп сәбәптәрҙең береһе – температураның үҙгәреп тороуы. Үҙгәрештәр асфальтта ярыҡтар һәм деформациялар барлыҡҡа килтерә. Ҡар һыуы ярыҡтарға ағып төшә һәм туңа, уларҙы киңәйтә. Һөҙөмтәлә автомобилдәр өсөн хәүеф тыуҙырған тәрән соҡорҙар барлыҡҡа килә.
Мәҫәлән, март айында Өфөлә еңел машина водителе Салауат Юлаев проспектындағы тәрән соҡорға эләккән, тәгәрмәстәренә зыян килгән. Революция һәм Цюрупа урамдары киҫелешендә лә ошондай хәл теркәлгән. Бында бер нисә машина ҙур соҡор ҡорбаны булған. Социаль селтәрҙә яҙып сыҡҡандан һуң уны тиҙ генә ямап ҡуйҙылар. Өфө – Аэропорт трассаһы ла водителдәрҙә һорауҙар тыуҙыра.
Башҡортостан Башлығының, ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтарының социаль селтәрҙәрендә көн һайын ялыуҙар һәм ризаһыҙлыҡтар йыйыла:
«Нефтекама, Энергетиктар урамы. Тротуар һәм юл емерелгән. Коляска менән үтә алмайым».
«Өфөлә Академик Ураҡсин урамына юлды төҙөкләндерәләрме? Йөрөп булмай».
«2024 йылдың ноябрендә Бабушкин урамы, 25 адресы буйынса йылытыу торбаларын ремонтлау буйынса эштәр башланды, ремонт 2025 йылда тамамланды: ҡом килтереп, соҡорҙарҙы күмеп ҡуйҙылар. Асфальтты ремонтлауға бюджет һалынмаған, тип яуап бирҙеләр район хакимиәтендә. 2026 йылда беҙ тәрән соҡорҙар менән ҡалдыҡ, бысраҡ ҡом яҡын-тирәләге урамдарға тарала... асфальт япмаһын тергеҙеүҙе һорайбыҙ».
Башҡортостан Республикаһына Идара итеү үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, юлдарҙағы иң күп соҡорҙар Өфөлә, айырыуса Октябрь, Киров, Дим райондарында. Туймазы, Иглин, Яңауыл райондарында ла шундай уҡ хәл.

Етди ресурстар
Республикала соҡорҙар менән көрәшеүгә етди ресурстар йәлеп ителгән: Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Күмертауҙа һәм Шишмә районында асфальт-бетон заводтары эшләй. Шишмәлә яңыртылған завод сәғәтенә 60 тоннаға тиклем ҡайнар ҡатнашма етештерә. Бөтәһе 50-гә яҡын асфальт-бетон заводын сафҡа индереү планлаштырыла, шуларҙың 25-е «Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәтенә ҡарай.
Подрядсылар ҡайнар ҡатнашма менән соҡорҙарҙы ямай башлаған, был юл эштәренең сифатын яҡшырта.
«Асфальт-бетон заводтарын сафҡа индереү менән юл эшселәре юлдарҙы ремонтлауға ныҡлап тотона. Быйыл кәмендә 550 километр юлды һәм 15 күперҙе тәртипкә килтереү планлаштырыла, уларҙың дөйөм оҙонлоғо яҡынса 1900 погон метр тәшкил итәсәк», — тине Любовь Минакова.

Соҡорҙарҙы ремонтлау технологияһы: был эш нисек башҡарыла?
Соҡор-саҡырҙы ремонтлау юл япмаһын тергеҙеү һәм көтөлмәгән ҡаршылыҡтар арҡаһында аварияларҙы булдырмау өсөн кәрәк. Етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү асфальттың артабан емерелеүенә юл ҡуймай һәм юлдың хеҙмәт итеү ваҡытын оҙайта.
«Юлсылар» билдәләүенсә, соҡорҙарҙы ямау процесы бер нисә этаптан тора:
Соҡор-саҡырҙы башлыса ҡайнар асфальт-бетон менән ҡаплайҙар: ул ныҡ, дым тәьҫиренә һәм температура үҙгәреүенә сыҙамлы. Альтернатива – түбән температура шарттарында йәки ашығыс ремонт ваҡытында ҡулланылған һалҡын асфальт-бетон һәм ҡойолған асфальт.
Заманса технологиялар эш барған урында уҡ ҡайнар асфальт-бетон ҡатнашмаһын әҙерләргә һәләтле булған махсус мобиль ҡоролмаларҙы ҡулланырға мөмкинлек бирә. Был процестың дөйөм һөҙөмтәлелеген арттыра, ваҡытты һәм ресурстарҙы ҡыҫҡарта.
Әммә, был процедура ябай булып күренһә лә, практикала ауырлыҡтар килеп тыуа. Ҡайһы берҙә подрядсылар материалдарҙы экономиялай, иҫкергән ҡорамалдарҙы ҡуллана йәки түшәү технологияһын боҙа. Был ремонтланған участкаларҙа юл япмаһының тиҙ арала боҙолоуына килтерә.
Мәҫәлән, өфөләр Октябрь проспектында — ҡаланың төп транспорт магистралдәренең береһендә соҡорҙарҙы ремонтлау сифатына Халыҡ фронтына ялыу менән мөрәжәғәт иткән. Мәҫәлән, асфальт-бетонды ҡырҡып алғандан һуң участка оператив рәүештә ҡайнар йәки ҡойолған асфальт менән тултырылырға тейеш. Был технологияның төп талабы. Ғәмәлдә иһә подрядсылар япманы ҡырҡып, артабан китә, соҡорҙар асыҡ килеш ҡала.
«Бындай участкалар ысын хәүеф тыуҙыра, авариялылыҡты арттыра. Әгәр участканы шул уҡ көндө эшләп ҡуймаһалар, уны кәртәләп алырға һәм иҫкәртеү билдәләрен ҡуйырға кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был участкала улар юҡ», — тип белдерҙеләр Халыҡ фронтында.
Һөҙөмтәлә йәнә водителдәр интегә – ҙур тиҙлектә килгән автомобиль маневр яһарға мәжбүр, ә был юл фажиғәһенә килтереүе ихтимал. Халыҡ фронты вәкилдәре Өфө мэрияһына подрядсыларҙың технологик талаптарҙы нисек үтәүен һәм юл эштәренең хәүефһеҙлеген тәьмин итеүен контролдә тотоуҙы һорап мөрәжәғәт иткән.
Бынан тыш, баш ҡала дәүләт автоинспекцияһының юл күҙәтеүе хеҙмәткәрҙәре лә ҡаланың урам-юл селтәренең норматив талаптарға тап килеүен тикшерә. Инспекторҙар махсус ҡорамалдар файҙалана: соҡорҙарҙың тәрәнлеген үлсәй. Етешһеҙлектәр махсус протоколда һәм күсмә тикшереү акттарында теркәлә. Ошо документтар нигеҙендә талаптарҙы үтәү буйынса тәҡдимдәр төҙөлә һәм Өфө райондарын төҙөкләндереү буйынса хеҙмәттәргә ебәрелә.
Юл инспекцияһы һәм хәрәкәтте ойоштороу бүлеге хеҙмәткәрҙәре Өфө хакимиәте сайтында ҡаланың соҡор-саҡырҙы ремонтлауҙың интерактив картаһын тикшерә. Бында һәр кем юлдағы етешһеҙлектәре буйынса фото менән ғариза ҡалдырырға мөмкин. Ошо ғаризалар буйынса юл күҙәтеүе инспекторҙары ла яуап биреү сараларын күрә.

Ни өсөн соҡорҙар юҡҡа сыҡмай?
Эксперттар билдәләүенсә, соҡорҙарҙы ямау — ваҡытлыса сара. Башҡортостандың Транспорт министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы рәйесе Марат Дәүләтшин һүҙҙәренсә, «соҡорҙарҙы ремонтлау юлдар менән бәйле проблеманы хәл итеүҙе күҙ уңында тотмай... емерелеүгә йыш нуль аша үтеү һәм хәрәкәттең көслө булыуы йоғонто яһай».
Проблема иҫкергән юл фондына бәйле, тип иҫәпләй юл эксперты Олег Арефьев: «юлдарҙың күпселек өлөшө талаптар һәм материалдар башҡа булған ваҡытта төҙөлгән... соҡор-саҡырҙан тулыһынса ҡотолоу өсөн япманы реконструкциялау зарур».
Республикала юлдар менән хәл ҡатмарлы, әммә идара ителмәле булып ҡала. Властар ресурстар бүлә һәм ҡәтғи сроктар билдәләй. Ремонтлау технологиялары камиллаша, йәмәғәт контроле көсәйә. Асфальт өсөн алыш дауам итә, уның һөҙөмтәһе юл ведомстволарының, подрядсыларҙың үҙ-ара килешеп эш итеүенә һәм халыҡтың әүҙем ҡатнашыуына бәйле.
Радий Хәбиров соҡорҙарҙы ремонтлауҙың төп күләмен 1 июнгә тиклем тамамлау бурысын ҡуйҙы. Министр Любовь Минакова бөтә ресурстар ҙа ошо маҡсатҡа йүнәлтелгән тип ышандырҙы. Әммә ошо эш өсөн яуаплылар ҡуйылған бурысты үтәй алырмы? Ваҡыт күрһәтер...