Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан айыуҙан таланған сноубордсының хәле тураһында хәбәр иттеләр24.02.2026

22 февралдән Башҡортостанда «Бәләкәй Ямантау» экомаршруты ябылды.

Фото: Ксения Калинина / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Йәкшәмбе Белорет районында сноубордсыға айыу һөжүм иткән. «Башинформ» яҙғанса, ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре уны Инйәр ауылындағы ашығыс медицина ярҙамы бүлегенә алып барған. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин мәғлүмәте буйынса, тайыштабан 30 йәшлек ирҙең тәнендә йыртылған яралар ҡалдырған.

Тейешле ярҙам күрһәтелгәндән һуң уны өйөнә ҡайтарғандар.

https://www.bashinform.ru/news/medicine/2026-02-24/v-minzdrave-bashkirii-soobschili-o-samochuvstvii-ranenogo-medvedem-snoubordista-4589890



Вернуться назад