Башҡортостан егете Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булды23.02.2026

Башҡортостан егете Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булды

Фото: Салауат районы хакимиәте

Рәсәй президенты Владимир Путин бөгөн, Ватанды һаҡлаусылар көнөндә, Рәсәй Геройы исеменә һәм Батырлыҡ орденына лайыҡ булған хәрби хеҙмәткәрҙәргә дәүләт наградалары тапшырҙы. Юғары исемгә лайыҡ булыусы хәрбиҙәр араһында яҡташыбыҙ, Салауат районы егете Вәсил Ямалетдинов та бар. Был хаҡта «Кремль яңылыҡтары» телеграм-каналы хәбәр итә.

Көнсығыш хәрби округындағы 5-се дөйөм ғәскәр армияһының 60-сы айырым мотоуҡсылар бригадаһының мотоуҡсылар ротаһы командиры Вәсил Камил улы Ямалетдинов та президент ҡулынан «Алтын йондоҙ» миҙалын алды. Уның етәкселегендәге Алыҫ Көнсығыш бригадаһының штурм ротаһы һалдаттары тәүгеләрҙән булып Гуляйполе ҡалаһына үтеп инеп, уны штурмлап, еңеүгә юл һала.

«Катав» позывнойлы яугир, өлкән лейтенант тамырҙары менән Салауат районынан. Атаһы Камил Ямалетдинов сығышы менән Әлкә ауылынан, ә әсәһе Зафира Ямалетдинова сығышы менән Башҡорт Илсекәйе ҡыҙы. «Катав» туғыҙынсы класҡа тиклем туған мәктәбендә уҡый, артабан Усть-Ҡатау механика техникумын тамамлай. Бәләкәй сағынан спорт менән мауыға, бокс менән шөғөлләнә.

«Катав» хәрби хеҙмәтен Алыҫ Көнсығышта үтәй, унда контракт төҙөй. Шунда ғаилә ҡора, хәҙер ҡатыны менән ҡыҙ үҫтерәләр. Хеҙмәттә булыуына ҡарамаҫтан, яугир Салауат районына йыш ҡайтып йөрөй, туғандарына һәм атаһының тыуған ауылы Әлкәгә ҡунаҡҡа килә.



Вернуться назад