Бөрйән егете яу яланында иптәшенең ғүмерен ҡотҡарған31.01.2026

Бөрйән егете яу яланында иптәшенең ғүмерен ҡотҡарған

Фото: Рәмил Абдуллин / Бөрйән районы хакимиәте

Бөрйәндән МХО-ла ҡатнашыусы Илдус Йортбағышев яу яланында иптәшенең ғүмерен ҡотҡарған. Яҡташыбыҙҙың батырлығы хаҡында район башлығы Рәмил Абдуллин яҙған.  

Гвардия рядовойы Илдус Йортбағышев 2024 йылдың июненән МХО-ла биләмәһендә уҡсы вазифаһында хеҙмәт итә. Ул алғы һыҙыҡта һәр эште еренә еткереп башҡарыуы, тырыш булыуы менән хәрби дуҫтары өсөн өлгө булып тора.

Хәрби заданиены үтәү барышында Илдус Йортбағышев хеҙмәт иткән бүлексә ҡаты дошман һөжүменә эләгә. Бер егет ауыр яралана. Илдус хәрби дуҫының ғүмере өсөн юғары яуаплылыҡ тойоп, үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып булһа ла, хатта ут аҫтында ла уға ярҙам итергә ынтыла. Былар барыһы ла уның ғәйәт ҡаһарман һәм кешелекле булыуы хаҡында һөйләй. Яҡташыбыҙҙың бик яҡшы белеп һәм үҙ-үҙен аямай юғары һөнәри оҫталыҡ, ҡыйыулыҡ менән эш итеүе хәрби бурысын үтәргә һәм яраланған иптәшенең ғүмерен һаҡлап алып ҡалырға мөмкинлек бирә.

Батыр егеткә имен-һау әйләнеп ҡайтырға насип булһын!



Вернуться назад