Өфөлә һуғыш ветерандары госпиталенә табип-хирург Михаил Каменев исеме бирелә30.01.2026
Фото: Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы / матбуғат хеҙмәте
Фото: Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Башҡортостан етәксеһе медицина йәмәғәтселегенең башланғысын хупланы һәм республика һуғыш ветерандары клиник госпиталенә табип-хирург Михаил Каменев исемен бирергә тәҡдим итте.

«Хәтерегеҙгә төшөрәм, табип, медицина взводы командиры Михаил Каменев 2023 йылдың ноябрендә Авдеевка янында яралы яугирҙәрҙе һуғыш яланынан эвакуациялағанда һәләк була. Уларҙың санитар машинаһын пилотһыҙ осоу аппараты эҙәрлекләй башлай. Ул яралыларҙы ташлап китмәй, һуңғы һулышына тиклем һөнәри бурысына тоғро ҡала. Бөтәһе лә әһәләк була. Президент указы менән медицина хеҙмәте лейтенанты Михаил Каменев Батырлыҡ ордены менән бүләкләнә (үлгәндән һуң).

Госпиталгә уның исемен биреү тураһында ҡарар МХО-ла һәләк булған медиктар тураһында иң яҡшы иҫтәлеге буласаҡ. Хөкүмәттән тейешле ойоштороу эшен башҡарыуҙы һорайым», – тине Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/medicine/2026-01-30/v-ufe-gospitalyu-veteranov-voyn-prisvoyat-imya-vracha-hirurga-mihaila-kameneva-4556924



Вернуться назад