Башҡортостанда суррогат әсәләр ярҙамында 150-нән ашыу бала тыуған28.08.2025

Башҡортостанда суррогат әсәләр ярҙамында 150-нән ашыу бала тыуған

Шәхси клиникаларҙа суррогат әсәләрҙән тыуған балалар иҫәпкә алынмаған.

2012 йылдан Республика медицина-генетика үҙәгендә суррогат әсәләр ярҙамында 153 һау-сәләмәт бала донъяға килгән. Был хаҡта Ufanovosti.ru интернет-порталына республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.


Һуңғы йылда суррогат әсәләрҙән 18 бала тыуған.


Шәхси клиникаларҙа ошо программа ярҙамында тыуған сабыйҙар буйынса иҫәп алып барылмай, тип белдерҙеләр ведомствола. 


https://www.bashinform.ru/news/medicine/2025-08-28/s-pomoschyu-surrogatnyh-materey-v-bashkirii-rodilos-bolee-150-detey-4365131



Вернуться назад