Республикала 2 йәшлек бала ынйы сәскәһе еләктәрен ашап ағыуланған27.08.2025
Салауат дауаханаһы

Республикала 2 йәшлек бала ынйы сәскәһе еләктәрен ашап ағыуланған

Бәхетһеҙ осраҡ Салауат ҡалаһында булған.

Әсәнең ваҡытында табиптарға мөрәжәғәт итеүе һәм уларҙың тиҙ арала ярҙам күрһәтеүе һөҙөмтәһендә баланың ғүмере ҡотҡарып алып ҡалынған. 


Йыш ҡына ҡыҙыл еләктәр зарарһыҙ күренһә лә, уларҙа йөрәккә һәм нервы системаһына йоғонто яһаған кардиогликозидтар бар: йөрәк ритмы боҙолорға, көҙән йыйырырға, иҫте юғалтырға мөмкин. Бындай осраҡтарҙа секундтар һәм ваҡытында профессиональ ярҙам күрһәтеү хәл иткес әһәмиәткә эйә, тип һөйләнеләр медицина учреждениеһында.


Тышта йөрөгәндә иғтибарлы булығыҙ, балаларға таныш булмаған емеш-еләкте тәмләп ҡарарға ярамағанын аңлатығыҙ, уйын участкаларынан ағыулы үҫемлектәрҙе алып ташлағыҙ һәм ағыуланыуға шик тыуһа, шунда уҡ табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ йәки ашығыс ярҙам саҡыртығыҙ, тип кәңәш бирә табиптар. 


https://www.bashinform.ru/news/medicine/2025-08-27/v-bashkirii-2-letniy-malysh-otravilsya-yagodoy-landysha-4363330



Вернуться назад