Башҡортостанда йәшәүселәргә ВИЧ-ҡа ни тиклем йыш тикшерелергә кәрәклеге хаҡында һөйләнеләр22.08.2025
Фото: Олег Яровиков

Башҡортостанда йәшәүселәргә ВИЧ-ҡа ни тиклем йыш тикшерелергә кәрәклеге хаҡында һөйләнеләр

Ярты йыл һайын ВИЧ-ҡа тест үтергә кәңәш ителә, тип белдерҙе «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында СПИД һәм йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрәш буйынса республика үҙәгенең баш табибы, Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығының ВИЧ-инфекция буйынса штаттан тыш баш белгесе Айгөл Ғәлиева.

Айгөл Ғәлиева әйтеүенсә, ВИЧ-инфекция буйынса инкубация осоро уртаса алты ай тәшкил итә.


Шуға ярты йыл һайын тикшереү үтергә кәңәш ителә. Был бигерәк тә осраҡлы бәйләнешкә өҫтөнлөк биреүселәргә, шулай уҡ республиканан ситкә сығыусыларға, вахта ысулы менән эшләүселәргә ҡағыла.

«Был минең фекерем, әммә вахтасыларға өс ай һайын ВИЧ-ҡа тикшерелергә кәңәш бирер инем, сөнки инкубация осоро өс-алты ай тәшкил итә. Бик һирәк осраҡта ғына бер йылға тиклем. Эйе, ғилми әҙәбиәт мәғлүмәттәре буйынса инкубация осоро өс айҙан бер йылға тиклем дауам итә, әммә уртаса алғанда, алты ай. Шуға күрә мин вахта ысулы менән эшләүселәргә үҙеңдең, яҡындарыңдың һаулығы өсөн өйгә ҡайтҡас ВИЧ-ҡа тест үтергә тәҡдим итәм. Сөнки ул бала имеҙгән ҡатынға йоҡтора ала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә ире вахтанан ҡайтып, ҡатынын зарарлаған осраҡтар булды. Үҙ сиратында вирус балаға күсә. Шуға күрә бындай хәлдәр булмаһын өсөн ваҡытында тест үтергә, һаулыҡ тураһында онотмаҫҡа кәрәк», – тип билдәләне республика СПИД һәм йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрәш үҙәгенең баш табибы Айгөл Ғәлиева.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ВИЧ-инфекция – вирус тыуҙырған ауырыу. Ул кешенең иммун системаһын ҡаҡшата, уның инфекцияларҙан һәм ауырыуҙарҙан һаҡланыу һәләтен юҡҡа сығара. Һөҙөмтәлә СПИД барлыҡҡа килеүе ихтимал.


ВИЧ-инфекциянан һаҡланыу өсөн енси мөнәсәбәткә ингәндә презерватив ҡулланырға, шулай уҡ сәләмәт тормош алып барырға кәрәк.


ВИЧ-инфекциянан нисек һаҡланыу тураһында тулыраҡ Башинформ материалында уҡығыҙ.


https://www.bashinform.ru/news/medicine/2025-08-22/zhitelyam-bashkirii-rasskazali-kak-chasto-nuzhno-proveryatsya-na-vich-4358053



Вернуться назад