Стәрлетамаҡ заводында зыян күргән эшселәрҙең хәле билдәле булды14.08.2025
Фото: Ксения Калинина

Стәрлетамаҡ заводында зыян күргән эшселәрҙең хәле билдәле булды


Пациенттарҙың бер өлөшө – стационарҙа, башҡалары өй шарттарында дауалана.

«БСК» предприятиеһында теркәлгән ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында зыян күргән өс пациент – үтә ауыр, тағы ла һигеҙ кеше ауыр хәлдә ята. Ә 21 эшсенең хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана, берәүһе еңелсә йәрәхәттәр алған. Был хаҡта Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.


Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 33 пациент Өфөнөң 18-се һәм 21-се дауаханаларында, Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында, БДМУ клиникаһында һәм Стәрлетамаҡтың 1-се дауаханаһында дауалана. Ете пациентҡа өй шарттарында медицина ярҙамы күрһәтелә. Бынан алдараҡ Башинформ 30 йәшлек мастерҙың дауаханала вафат булыуы хаҡында хәбәр иткәйне.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 9 августа Стәрлетамаҡта ғәҙәттән тыш хәл теркәлгән.  «БСК» предприятиеһында шартлау һөҙөмтәһендә 41 кеше зыян күргән. Әле махсус комиссия ошо хәлде тикшерә.


https://www.bashinform.ru/news/medicine/2025-08-14/stalo-izvestno-o-samochuvstvii-postradavshih-pri-chs-v-sterlitamake-4349321



Вернуться назад