Өфөлә тешле сабый тыуған
Республика перинаталь үҙәгендә тешле сабый тыуған. Акушер-гинеколог Станислав Иваха әйтеүенсә, бындай күренеш һирәк осрай, ике-өс мең балаға бер тапҡыр. Бигерәк тә ҡыҙҙарҙа йыш күҙәтелә.
Ғәҙәттә, бер-ике теш үҫкән була. Табиптар ҡарағас, уны ҡалдырырға йәки алып ташларға тигән ҡарарға килә. Күбеһенсә икенсе вариантты һайлайҙар.
Тыуғанда уҡ теше булған баланы генетиктар тикшерә, сөнки бының ниндәйҙер патологияға бәйле булыуы мөмкин.
Өфөлә донъяға килгән сабыйҙың һаулығында бер ниндәй ҙә тайпылыш күҙәтелмәй.
https://www.bashinform.ru/news/medicine/2025-08-07/v-ufe-rodilsya-malysh-s-redkoy-patologiey-4341835