Башҡортостанда ишле ғаиләлә 11-се сабый тыуған
Көйөргәҙе районының Ермолаевка ауылынан Абдуллиндарҙың тағы бер ҡыҙы тыуған. Хәҙер Фаягөл менән Илгиздең ғаиләһендә дүрт ул һәм ете ҡыҙ тәрбиәләнә.
Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ҡыуаныслы яңылыҡ менән уртаҡлашты.
Фаягөл Фаил ҡыҙы күптән түгел «Герой-әсә» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Күп балалы әсә республикабыҙҙа һигеҙенселәрҙән булып ошо абруйлы награда менән бүләкләнде.
Абдуллиндар ғаиләһендә балалар наҙ-һөйөүгә солғанып йәшәй. Өлкән балалары инде үҫеп еткән, ә етәүһе ата-әсә йортонда. Балалар яҡшы уҡый, түңәрәктәргә һәм спорт секцияларына йөрөй, конкурстарҙа һәм ярыштарҙа еңеү яулай. Ата-әсә уларҙы сәләмәт йәшәү рәүешенә, спортҡа ылыҡтыра, яуаплылыҡ, маҡсатҡа ынтылыш тәрбиәләй. Ғаилә ауылдың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша.
«Абдуллиндар ғаиләһен ҡыҙҙары тыуыуы менән ҡотлайбыҙ! Ҡыҙсыҡ һау-сәләмәт булһын, ә өйҙә балаларҙың шат тауышы яңғырап торһон», — тигән изге теләктәрен еткерҙе Ленара Иванова.