Республикала «сәләмәтлек поездары» юлға сыға04.08.2025

Республикала «сәләмәтлек поездары» юлға сыға

Башҡортостанда «Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк» акцияһы баоа. Был аҙнала табиптарҙың күсмә бригадалары Саҡмағош, Асҡын, Мәләүез, Ҡыйғы, Бишбүләк һәм Йылайыр райондары ауылдары халҡының һаулығын тикшерә. Был хаҡта хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Роберт Иштуков хәбәр итте.


Роберт Иштуков һүҙҙәренсә, 21 апрелдән табиптар 238 ауылда 126 меңдән ашыу кешене ҡараған, 28 мең рентген-тикшереү үткәргән. Белгестәр онкология, диабет, туберкулез һәм йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре буйынса 3340 шик осрағын асыҡлаған. Пациенттар өҫтәмә тикшереү үтергә ебәрелгән.


Башҡортостанда «сәләмәтлек поездары»ның август маршруттары тураһында тулыраҡ «Башинформ» материалында уҡығыҙ.


https://www.bashinform.ru/news/medicine/2025-08-04/v-6-rayonov-bashkirii-vyedut-mediki-poezdov-zdorovya-4337401



Вернуться назад