Удмурт табиптары Өфөгә тәжрибә алмашырға килде
Удмуртстандың Республика клиник йоғошло сирҙәр дауаханаһы делегацияһы Башҡортостандың инфекциялар дауаханаһында булды.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, сәфәрҙең маҡсаты – Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең сертификация буйынса тәжрибәһе менән алмашыу һәм республикала, атап әйткәндә, Республика йоғошло сирҙәр дауаханаһында эште ойоштороуҙы тәрәнерәк өйрәнеү.
Бындай сәфәрҙәр һәм белем менән алмашыу системалы үҫеш һәм медицина хеҙмәтләндереүе стандарттарын күтәреү өсөн нигеҙ булып тора, тип иҫәпләйҙәр ведомствола.
Бынан алдараҡ Өфө табибы һыу сәсәгенең өҙлөгөүгә килтереү ихтималлығы хаҡында иҫкәрткәйне.