Башҡортостанда ВИЧ һәм йәштәр: нимәләр белергә һәм үҙеңде нисек һаҡларға21.07.2025

Башҡортостанда ВИЧ һәм йәштәр: нимәләр белергә һәм үҙеңде нисек һаҡларға

Йәштәр – халыҡтың социаль яҡтан иң әүҙем өлөшө. Шуға күрә йәш быуын араһында ВИЧ-ты иҫкәртеү һис ҡасан булмағанса мөһим, сөнки ул беҙҙең киләсәгебеҙҙе хәүефле вирустан һаҡларға һәләтле.

Башҡортостанда ВИЧ-инфекциялыларҙың йәш структураһы һиҙелерлек үҙгәрҙе, тип белдерҙеләр «Башинформ» агентлығына республиканың СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, уларға ҡаршы көрәш үҙәгендә.


«2000 йылдан башлап 31-40 йәштәгеләр (2000 йылда 23,1% алып 2024 йылда 34,6% тиклем), 41-60 йәштәгеләр (2,8% алып 30,7% тиклем) араһында сир йоҡтороу осраҡтарының артыу, 21-30 йәштәгеләрҙә (69% алып 9,1% тиклем) ауырыуҙарҙың кәмеү динамикаһы күҙәтелә», — тип хәбәр иттеләр республиканың СПИД үҙәгенән.


Мөһим мәл. Хәҙерге йәштәр ВИЧ тураһында белә, әммә ҡурҡыу кимәле һәм проблемаға мөнәсәбәт төрлөсә булыуы мөмкин. Бер яҡтан, вирус йоҡтороу юлдары һәм иҫкәртеү саралары тураһында мәғлүмәт күбәйә. Тимәк, ҡурҡыу кимәле түбәнәйә. Икенсе яҡтан, ВИЧ-инфекциялыларға кире ҡараш һаҡлана, был иһә йәштәрҙә хәүеф тыуҙырыуы ихтимал.


«Мәғлүмәтлерәк егеттәр һәм ҡыҙҙар ВИЧ-тың көнкүрештә йоҡмауын һәм заманса дауалау ысулдары сирлеләргә тулы тормош алып барырға мөмкинлек биреүен белә. Шуға күрә беҙҙең өсөн мәғлүмәтлелекте арттырыуға һәм ВИЧ-инфекциялыларға толерантлы мөнәсәбәт булдырыуға йүнәлтелгән мәғрифәтселек эшен дауам итеү мөһим», — тип билдәләнеләр республиканың СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, уларға ҡаршы көрәш үҙәгендә.


АҢЛАТАБЫҘ, ӨЙРӘТӘБЕҘ


Башҡортостанда халыҡ араһында ВИЧ-инфекцияны иҫкәртеү мәсьәләләре буйынса эш, шулай уҡ йәштәрҙе ВИЧ-тан һаҡланырға өйрәтеү яҡшы ойошторолған. Бер үк ваҡытта төрлө киң мәғлүмәт сараларында әүҙем эш алып барыла, шул иҫәптән телевидениела иҫкәртеү видеороликтары трансляциялана. Студенттар һәм уҡыусылар өсөн төрлө акциялар, конкурстар, түңәрәк өҫтәлдәр һәм семинарҙар һ. б. үткәрелә.


Мәҫәлән, бер нисә йыл инде республиканың өлкән класс уҡыусылары өсөн интеллектуаль конкурс-квест уҙғарыла, уның ярҙамында үҫмерҙәргә ВИЧ-инфекция йоҡтороу хәүефен кәметеү йәһәтенән мәғлүмәттәр бирелә. Квест офлайн һәм онлайн рәүештә төрлө заданиеларҙы үтәүҙе, ребустарҙы хәл итеүҙе күҙ уңында тота.


Башҡортостан ҡалаларында һәм район үҙәктәрендә даими рәүештә ВИЧ-инфекция буйынса «Өлкәндәрсә һөйләшеү 18+» мәғлүмәт акцияһы үткәрелә, уның барышында теләгән һәр кем экспресс-тест үтә ала. «Өфө-Арена» стадионында «Салауат Юлаев» хоккей клубы уйындары ваҡытында ла ВИЧ-ҡа экспресс-тест тапшырырға мөмкин.


Бынан тыш, Башҡортостанда йыл һайын Халыҡ-ара СПИД-тан вафат булғандарҙы иҫкә алыу көнө һәм Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө сиктәрендә акциялар ойошторола. Төрлө фестивалдәр, спорт ярыштары, вич-ҡа экспресс-тест менән мәғлүмәт- ағартыу кампаниялары, күп фатирлы йорттарҙың лифттарында тематик листовкалар урынлаштырыу, башҡа мәғрифәтселек эше – былар барыһы ла республика халҡына һәм йәштәргә мәғлүмәтле булырға һәм үҙ һаулығын һаҡлау өсөн кәрәкле саралар күрергә ярҙам итә.


КОММЕРЦИЯҒА ҠАРАМАҒАН ОЙОШМАЛАРҘЫҢ ЯРҘАМЫ


Бөгөн ВИЧ-инфекцияны иҫкәртеү буйынса эште социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмаларһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Бындай ойошмалар ярҙамында республикала халыҡтың төп төркөмдәре араһында ВИЧ-ты иҫкәртеү буйынса берлектәге проекттар бойомға ашырыла. Әйткәндәй, Өфөлә генә түгел, Стәрлетамаҡ, Белорет, Туймазы, Күмертау ҡалаларында ла.


Һүҙ республика халҡына ВИЧ-инфекция проблемаһы һәм уны иҫкәртеү ысулдары тураһында мәғлүмәт биреү, табиптар, психологтар, социаль хеҙмәткәрҙәр консультацияһы, шулай уҡ ВИЧ-ҡа экспресс-тест үткәреү тураһында бара. Эш башланғандан алып коммерцияға ҡарамаған ойошмалар республикаың СПИД үҙәге менән берлектә 30-ҙан ашыу проектты ғәмәлгә ашырған, уларҙа 100 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.


ВИЧ-ИНФЕКЦИЯҺЫНАН НИСЕК ҺАҠЛАНЫРҒА?


Тәртипле енси тормош алып барығыҙ, партнерығыҙға тоғролоҡ һаҡлағыҙ, тип кәңәш бирә табиптар.


Шулай уҡ наркотиктар (бигерәк тә инъекциялы) ҡулланмау һәм ВИЧ-ҡа тест үтеү мөһим.


Енси мөнәсәбәткә ингәндә презервативтар ҡулланыу инфекция йоҡтороу хәүефен һиҙелерлек кәметә, ә даими тест үтеү инфекцияны иртә стадияла асыҡларға һәм дауалана башларға мөмкинлек бирә. Был йәшәү сифатын күпкә арттыра, зарарланыу хәүефен кәметә.


«Әгәр һеҙ енси партнерығыҙҙың статусына ышанмаһағыҙ, бергәләп тест үтегеҙ, -— тип тәҡдим итәләр республиканың СПИД үҙәгендә. — ВИЧ, уны йоҡтороу юлдары һәм иҫкәртеү тураһында белеү нигеҙле ҡарарҙар ҡабул итеү һәм сирҙән һаҡланыу өсөн бик мөһим. Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ, ВИЧ – хөкөм ҡарары түгел». 


Заманса дауалау ысулдары ВИЧ менән сирләгән кешеләргә ваҡытында асыҡлаған һәм табип кәңәштәрен үтәгән осраҡта тулы ҡанлы тормош менән йәшәргә мөмкинлек бирә. Әгәр шигегеҙ йәки һорауҙарығыҙ булһа, консультация алыу һәм тест үтеү өсөн медицина учреждениеһына йәки СПИД үҙәгенә мөрәжәғәт итегеҙ.


«Йәштәр ВИЧ, уны йоҡтороу юлдары, иҫкәртеү алымдары тураһында белергә тейеш, уларҙың тест үтеү, консультация алыу һәм дауаланыу мөмкинлеге булыуы мөһим», –  тип өҫтәне белгестәр.


ӘГӘР ВИЧ РАҪЛАНҺА 


Экспресс-тест үткәндән һуң тест ВИЧ-инфекцияға ыңғай һөҙөмтә күрһәтһә, тиҙ арала СПИД-ты иҫкәртеү һәм уға ҡаршы көрәш үҙәгенә йәки йәшәгән урын буйынса табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Диагноз раҫланғандан һуң табип дауалау тәғәйенләй һәм артабанғы ғәмәлдәр буйынса тәҡдимдәр бирә.


«Балалар һәм йәштәр — йәмғиәттең стратегик ресурсы, уның киләсәге. Уларҙың ниндәй булып үҫеүе үҙебеҙҙән тора», — тип йомғаҡ яһанылар республиканың СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, уларға ҡаршы көрәш үҙәгендә.


https://www.bashinform.ru/news/medicine/2025-07-21/vich-i-molodezh-v-bashkirii-chto-nuzhno-znat-i-kak-sebya-uberech-4318250



Вернуться назад