Июлдә «Сәләмәтлек поездары» республика райондарына сыға30.06.2025
Фото: Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы

Июлдә «Сәләмәтлек поездары» республика райондарына сыға

«Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк» акцияһы дауам итә.

2025 йылдың июлендә «Сәләмәтлек поездары» Архангел, Баймаҡ, Баҡалы, Балтас, Бәләбәй, Балаҡатай, Борай, Бөрйән, Йәрмәкәй, Йылайыр, Иглин, Илеш, Ишембай, Күгәрсен, Мәләүез, Мәсетле, Саҡмағош һәм Шишмә райондарына бара.


Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, халыҡ бушлай тикшереү үтергә мөмкин. Белгестәргә яҙылырға кәрәкмәй, ҡабул итеү сират буйынса.


Иң мөһиме, үҙең менән паспорт һәм мотлаҡ медицина страховкаһын алырға кәрәк.  


https://www.bashinform.ru/news/medicine/2025-06-30/stalo-izvestno-kakie-rayony-bashkirii-posetyat-poezda-zdorovya-v-iyule-4295829



Вернуться назад