Башҡортостанда Хәбировтар ғаиләһендә өс игеҙ сабый тыуған
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин Туймазынан Резеда һәм Илшат Хәбировтарҙы өс игеҙ сабыйҙары тыуыуы менән ҡотланы. Ведомство башлығы билдәләүенсә, бындай хәл – табиптар практикаһында һирәк күренеш.
Ғаиләлә ике малай һәм бер ҡыҙ тыуған. Ата-әсә улдарына – Искәндәр һәм Радель, ә ҡыҙҙарына Асель тип исем ҡушҡан. Улар 5 майҙа донъяға килгән һәм бер айға яҡын Республика перинаталь үҙәгенең яңы тыуған сабыйҙар реанимацияһында ятҡан.
Министр һүҙҙәренсә, өс игеҙәктең дә хәле тотороҡло.