Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан шартлауҙан зыян күргән эшселәрҙең хәле тураһында хәбәр иттеләр
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин «Свеча» предприятиеһында зыян күреүселәрҙең хәлен контролдә тота. Уның һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта ике пациент ҡала дауаханаһына һалынған.
43 йәшлек ир реанимацияла ята, уның хәлен табиптар үтә ауыр тип баһалай. Табиптар тәне янған 40 йәшлек ирҙе ҡарағандан һуң Стәрлетамаҡ ҡала дауаханаһының тән бешеү бүлегенә ебәргән. Тағы бер пациентты Стәрлетамаҡтың 1-се ҡала дауаханаһына килтергәндәр. Ул ауыр хәлдә реанимацияла ята.
Министр һүҙҙәренсә, ваҡиға урынында ашығыс ярҙам бригадаһы эшләй.
Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Салауатта янғын һүндерелгән.