Өфө табибы ҡатын-ҡыҙҙарҙың беренсе баланы табыу өсөн ҡулай йәшен атаны
Ҡатын-ҡыҙҙарға 25-35 йәштә бала табыу яҡшыраҡ, тип иҫәпләй Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының акушерлыҡ һәм гинекология буйынса штаттан тыш белгесе Ирина Фәтҡуллина. Табип UfaNovosti.ru порталы хәбәрсеһе менән әңгәмәлә әйтеүенсә, 15-49 йәштә гүзәл заттар үҙаллы ауырға ҡалырға һәм һау-сәләмәт бала табырға һәләтле. Хәҙер ошондай тенденция күҙәтелә: тәүге сабыйҙы улар уртаса 27-29 йәштә таба.
Йөккә уҙырға теләгәндәр өсөн акушер-гинеколог зарарлы ғәҙәттәрҙән ҡотолорға, артыҡ кәүҙә ауырлығын кәметергә, фолаттар һәм йод эсергә, милли календарь буйынса прививка яһатырға кәңәш бирә.